Бөгөн Өфөлә Башҡортостан телевидениеһының тәүге дикторы Рәсимә Кәримова һуңғы юлға оҙаттылар 22.06.2017

Ул ҡаты ауырығандан һуң 78 йәшендә арабыҙҙан китте. Рәсимә Сәғит ҡыҙының эшмәкәрлеге БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемдәр менән баһаланған.

Республика телевидениеһында «Яңылыҡтар» программаһы, ижтимағи-сәйәси, нәфис-әҙәби тапшырыуҙар алып барыусыһы тиҙ арала телевизор ҡараусыларҙың һөйөүен яулай. Ике телдә лә тапшырыуҙар алып барған Рәсимә Кәримова телевидениеға 30 йыл ғүмерен арнаған. Уның тауышын, йөҙөн һәм йылмайыуын республиканың һәр кешеһе белә. Оҙаҡ йылдар дауамында телевидениела алып барыусы булып эшләп, һәр көн телевизор ҡараусыларҙы «Өфө һөйләй!» тип сәләмләй. Һуңғы йылдарҙа Рәсимә Кәримова «Башҡортостан» радиоһында диктор булып эшләне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика