Бөгөн Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған Еңеү парадына әҙерлек сараһы уҙҙы

Бөгөн Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған Еңеү парадына әҙерлек сараһы уҙҙы 28.04.2015

Өфөнөң Ленин майҙанында уҙасаҡ Еңеү парадында мең ярымға яҡын кеше ҡатнаша. Улар егерме парад колоннаһы ойошторасаҡ. Байрамда республика башлығының сығышы ла көтөлә.  Парадта Оборона министрлығы, Федераль суд приставтары хеҙмәте,  Өфө гарнизоны, хәрби частәр,  юғары һәм урта уҡыу йорттары, кадет корпустар  ҡатнаша. Бөгөн улар сараны ойоштороу ғәмәлдәрен өйрәнде.

Хәрбиҙәргә тигеҙ итеп баҫырға, дөрөҫ атларға, ә музыканттарға көй ыңғайына  дөрөҫ уйнай белеү шарты ҡуйыла. Сара  бер сәғәт тирәһе барасаҡ.  
Быға тиклем Өфөлә хәрби парад Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына ойошторолғайны. Ул саҡта Ленин майҙанында Өфө гарнизоны, хәрби көстәр структуралары , ветеран ойошмалары һәм патриотик клубтар ҡатнашты. Парадта Бөйөк Ватан һуғышы техникаһы һәм хәҙерге һуғыш машиналары  күрһәтелде. Был юлы парадҡа хәрби техника йәлеп ителмәй. Сараны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тура эфирҙа күрһәтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку