Бөгөн Өфө ихаталарында һәм ял парктарында экологик өмәләр үтте 16.04.2016

Экологик акцияла айырыуса йәштәр әүҙемлек күрһәтә. Өмә сиктәрендә хәйриә саралары ла ойошторола.

Сипайлово биҫтәһенең Ковшова урамының 6-cы йортонда  ике йөҙҙән ашыу кеше йәшәй. Экологик өмәлә илленән ашыу кеше ҡатнашты. Берҙәм, эшсән халыҡ йәшәгән ихата йыйнаҡлығы һәм йәш ағас үҫентеләренең күплеге, балалар майҙансығының уңайлығы менән айырылып тора.
Иҫке йорт йыһаздары, төҙөлөш ҡалдыҡтары йөк машинаһына тейәлде. Өмәлә ҡатнашыусылар тамаҡ ялғап алыу мөмкинлеген дә хәстәрләгән. Торлаҡ-коммуналь хужалығы, йорттоң старостаһы эшмәкәрлеге бер маҡсатҡа ҡоролған: халыҡҡа йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Өмәнән юғары уҡыу йорто студенттары ла ситтә ҡалманы. Улар "Минең республикам!" тигән социаль-экологик акцияла ҡатнашты. Йәштәр пластик һәм быяла ярсыҡтарын айырым һауыттарға тултырып, киренән эшкәртеү пункттарына тапшырасаҡ. Йыйылған аҡсаны улар дауаланыу өсөн матди сығымдар кәрәк булған балаға йүнәлтәсәк.
Социаль акциялар йәштәрҙе берләштереп кенә ҡалмай, тәбиғәтте ҡәҙерләргә лә өйрәтә, сит кешенең ҡайғыһын яҡын кешеңдең хәсрәте кеүек ҡабул итергә, мәрхәмәтле булырға саҡыра.
Илдар Һаҙыев, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры: «Бөгөнгө социаль акция беҙҙең өсөн бик мөһим. Киләсәктә лә беҙ бындай акцияларҙы йыл әйләнәһенә ойошторорға ниәтләйбеҙ».
Йәштәргә өлгө, маяҡ булырҙай урта быуын вәкилдәре ҡулында ла бөгөн эш ҡоралдары. Эҙәрмән рухлы Илдар Бикбаев хеҙмәт юлын 15 йәшенән башлай. Студент йылдарында Мәскәүҙә урам һепереүсе булып эшкә урынлаша. Йәштәр ниндәй генә һөнәр һайлаһала, тир түгеп эшләүсе урам һепереүсе хеҙмәтенә хөрмәт менән ҡарарға тейеш, тигән фекерҙә ул.
Илдар Бикбаев, Рәсәй эҙәрмәндәр отрядының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе:
«Водник» стадионы эргәһендә бөгөн генә илле төп ағас ултырттыҡ. Йыл һайын экологик өмәләрҙә йәштәр уртаһында йөрөйөм. Башҡаларҙы ла экологик өмөләрҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырам».
Студенттар, кадеттар, эшселәр, ойошма хеҙмәткәрҙәре ҡулында бөгөн тырма, көрәк, бумала уйнап тора.  Экологик өмәләр дөйөм халыҡ уңайлығы һәм хәүефһеҙлеге өсөн үткәрелә. Баш ҡаланы оҙон ҡыш буйына йыйылған ҡалдыҡтарҙан таҙартыусыларҙың теләге ябай: халыҡ  һәм Өфөгә килгән ҡунаҡтар ял итеү урындарын яңынан сүплеккә әйләндермәһен.
Өфө урамдары бөгөн ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Студенттар, мәктәп уҡыусылары, хәрбиҙәр һәм йорт-ихата тирәһендә бөхтәлек, тәртип яратыусылар экологик өмөләрҙә ҡатнашты. Республикала яҙғы өмөләр 9 апрелдән 14 майға тиклем ойошторола. Тыуған еребеҙҙе өмәләрҙә дәррәү ҡатнашып бергәләп таҙартайыҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика