Бөгөн Өфөгә  Бөтә Рәсәй «Хәрби туғанлыҡ» йәмәғәт ойошмаһы акцияһы  автоколонналарының береһе килеп етте 27.04.2016

Автомарш 5 апрелдән 9 майға тиклем  Европа буйлап биш йүнәлештә хәрәкәт итә. Акцияла ҡатнашыусылар менән  «Еңеү» паркында тантаналы митинг үтте. Өфөлә улар бер нисә сәғәткә генә туҡталды. Артабан колонна Татарстанға, Нижегородка өлкәһенә юл тота.

Өфөгә Бөгөн Бөтә Рәсәй Хәрби туғанлыҡ йәмәғәт ойошмаһы акцияһының автоколонналарының береһе килеп етте.Автомарш 5 апрелдән 9 майға икл
«Беҙҙең Бөйөк Еңеү йондоҙо «автопробегында ҡатнашыусылар Еңеү паркында туҡталды.Александр матросов һәйкәле эргәһендә тантанплы митинг үтте.Авомарш Владивостоктан килә. Рус утрауынан ҡуҙғалып Өфөгә тиклем туғыҙ мең саҡырымдан ашыу юл үткәндәр.
Колоннала форд транзит,ике уаз патриот һәм газ м 20- Еңеү автомобиле.Ретро автомобиль 1956 йылда сығарылған,юлсылар әйтеүенсә, ул туҡтауһыҙ ватыла.Двигателе лә эштән сыҡҡан.Әммә автопробегта ҡатнашыусылар машинаны йүнәтеп артабан барыуын дауам итә.Һәм Өфөгә лә улар тәғәйен ваҡытта килеп етте.
Автоколоннаны баш ҡалала бөйөк Ватан һуғышы һәм локаль бәрелеш ветерандары, республиканың министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре,йәмәғәт ойошмалары,хәрби патриотик һәм үҫмерҙәр клубтары ағзалары,ирекмәндәр ҡаршы алды.
Артабан улар Татарстанға,Нижегородка өлкәһенә юл ала.
Автопробег биш йүнәлештә ойошторолған.Улар 5 апрелдә юлға сыҡҡан.Тағы дүрт автоколонна Севастополь,Брест,Дербент,Архангельский ҡалаларынан ҡуҙғалған.Биш колонна Еңеү байрағындағы йондоҙҙоң биш ҡырын сағылдыра.Улар Рәсәй ҡалалары,Белоруссия һәм Ҡытай халыҡ республикаһы буйлап үтә.
Акцияла ҡатнашыусылар Европаның150 төбәгендә туҡтала.35 мең саҡырым юл үтеп улар бөтәһе бергә Владимирҙа осраша һәм илдең баш ҡалаһына юллана. Бөйөк Еңеү байрамын Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда ҡаршылайҙар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика