Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай президиумының сираттағы ултырышы үтте

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай президиумының сираттағы ултырышы үтте 14.04.2015

Көн тәртибендә 50-гә яҡын закон проекты ҡаралды. Мәҫәлән,Ҡоролтайҙың урындағы үҙидаралыҡ, гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү институттары комитеты Бишбүләк районында яңы территориаль берәмек ойошторорға тәҡдим итте.

Ул 2015 йылға тиклем Тумаш-Йылға ауылы урынында барлыҡҡа килергә тейеш. Ҡасандыр ауыл юҡҡа сыға, ләкин хәҙер бында кире әйләнеп ҡайтыусылар бар. Ауылдың киләсәге бар, тип билдәләй депутаттар. Тағы ла бер мөһим үҙгәреш эҙәрмәнлек хәрәкәтенә ҡағыла. Тиҙҙән уларға дәүләт һәм муниципаль берәмектәр законлы рәүештә финанс ярҙамы бүлә аласаҡ.
Тағы ла бер мөһим һорау бәләкәй эшҡыуарлыҡ һәм һалымдар. Йүнселеккә ярҙам итеү, яҡшы шарттар булдырыу кәрәклеге тураһында Рөстәм Хәмитов тә әйткәне бар. Бөгөн яңы эш башлаусы эшҡыуарҙарҙы ике йылға һалым түләүҙән азат итеү тураһында һүҙ барҙы. Үҙгәреш ябайлаштырылған һалым түләү схемаһы һәм патент буйынса эшләүселәргә ҡағыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку