Бөгөн бер төркөм балалар Сочи ҡалаһынан ҡайтты 10.01.2015

Өфөнөң Ленин районындағы балалар ижады үҙәгенең «Беби-шлягер» өлгөлө вокал-эстрада тәрбиәләнеүселәре Сочиҙағы алтынсы Халыҡ-ара «Ҡышҡы ривьера» фестивалендә тиҫтәләгән призлы урындар яулаған.

Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың һәләте дүрт йәш төркөмөндә хореография һәм вокал номинациялары буйынса баһаланған. Йыр-бейеү һәм башҡа яҡтан оҫталыҡтарын күрһәткән балалар өсөн  ижади осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелгән, ҡала буйлап экскурсия ойошторолған. Балалар олимпия паркында «Формула -1»  ярышы үткән ерҙә  һәм ҡаланың башҡа тарихи урындарында булған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика