Бөгөн Башҡортостандың иң шәп штукатурсылар бригадаһы билдәләнде

Бөгөн Башҡортостандың иң шәп штукатурсылар бригадаһы билдәләнде 16.07.2015

Туғыҙынсы тапҡыр ойошторолған конкурста ике тиҫтә самаһы төҙөүсе ярышты. Һөнәри бәйге һөҙөмтәләре буйынса тәүге өс урынды «Инвестподряд», «Өфөстроймонтаж» һәм «БөрөСтрой» йәмғиәттәре бүлеште.
Иң шәп штукатурсы исеменә лайыҡ булған хеҙмәткәрҙәр республика данын Рәсәй кимәлендәге конкурста яҡлаясаҡ.

Стенаны һылар алдынан һәр оҫта уны тикшереп, сығып торған тимерҙәрҙе,ҡатып ҡалған бетонды һуғып төшөрә. Төп талап - эшкәртелгән майҙан тигеҙ булырға тейеш. Илүсә Әхмәтйәнованың төҙөлөштә эш стажы 40 йылға яҡын. Шуға ла стенаны тигеҙ, матур итеп һылау нескәлектәрен яҡшы белә. Былтыр тәжрибәле оҫта республика штукатурсылары араһында  еңеү яулаған.
Илүсә Әхмәтйәнова, штукатурсы Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе: «Эшкә ҡыуанып йөрөйбөҙ. Тән таҙа булғас рәхәтләнеп эшләйбеҙ. Бригада менән эшләү күңелле. Эш хаҡы ла яҡшы, зарланырлыҡ түгел».
Конкурсҡа старт бирелеү менән оҫталар тырышып эшкә тотондо. Һәр бригадаға шлангтар буйлап бетон ҡатнашмаһы бирелде. Ярышта ҡатнашыусыларҙың  һөйләшергә лә ваҡыты булманы. Ике штукатурсынан торған команда һүҙһеҙ ҙә бер-береһен яҡшы аңланы.  
Оҫталарҙың эше етди баһалана. Бетон сифатына, ҡағиҙәләр үтәлеүенә иғтибар бирелә. Ике сәғәт ярым ваҡыт эсендә, оҫталар стеналарҙы һылап бөтөргә тейеш. Һәр бүлмә 20 квадрат метрға яҡын.
Мастерҙарға конкурсанттар эшләгән бүлмәләргә инеү тыйылды.  Жюри ағзалары ғына уларҙың эшен әленән-әле күҙәтеп торҙо.
Рәмил Закиров, идарасы компания директоры: «Бында һәр кем эшен еренә еткереп башҡара. Оҫталар конкурсында ҡатнашыуҙы һәр кем оло бәхәткә һанай».
Бер бригадаға стеналарҙың яртыһын һылап бөткәнсе, икенселәре бетон көтә. Конкурс барған йорт ҡырмыҫҡа ояһын хәтерләтә. Башҡаларҙан артта ҡалмаҫҡа тырышҡан  оҫталар,  күрше бүлмәләрҙә эш барышын ҡарап сығырға ла өлгөрә. Штукатурҙар конкурсы сәмле эш  һәм күңелле ялды хәтерләтте. Элек был конкурс төҙөүсе һөнәренең абруйын күтәреү өсөн ойошторолһа, хәҙер төп мәсьәлә - уларҙың оҫталығын камиллаштырыу.  
Сәфәрғәли Батыршин, «Төбәк-ара төҙөлөш союзының» вице-президенты: «Төҙөлөш өлкәһендә эшләүселәрҙең тәжрибәһе йылдан-йыл арта килә. Тәжрибәлеләре ҡала, ҡалғандары китә тора. Көрсөк осоронда был өлкәлә эшселәр бик күбәйҙе, хатта артып китте».
Стенаны һылап күрһәтеү конкурстың бер өлөшө генә.  Уның теоретик өлөшөндә штукатурҙар ҡатмарлы һорауҙарға дөрөҫ яуап бирергә тейеш. Тәжрибәле оҫталар өсөн был да ауыр түгел. Һәр кем үҙенең  көсөнә, йылдар буйы тупланған белеменә ышана.  
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку