Бөгөн Башҡортостандың дәүләт гербы авторы, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фазлетдин Фәррәх улы Ислаховтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны

Бөгөн Башҡортостандың дәүләт гербы авторы, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фазлетдин Фәррәх улы Ислаховтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны 18.04.2016

Фазлетдин Ислахов 1944 йылдың 17 июнендә Балаҡатай районы Монас ауылында донъяға килә. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң  Өфө һәм Баймаҡ ҡалалары мәҙәниәт учреждениеларында эшләй. Уның ижад йүнәлеше китап графикаһы тип атала. Оҙаҡ йылдар Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең биҙәлеш мөхәррире булып эшләй. Ул  200-ләп китаптың шул иҫәптән, башҡортса донъя күргән Ҡөръән Кәримдең биҙәлеш авторы. 1993 йылда Фазлетдин Ислахов ижад иткән дәүләт гербы эскизы конкурста еңеп сыға һәм Башҡортостандың геральдик символикаһы исемлеген тулыландыра.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку