Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһы сайты булдырылыуға 11 йыл

Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһы сайты булдырылыуға 11 йыл 24.06.2015

Яңы технологиялар ярҙамында ҡулланылған интернет порталы аша  тамашасы эфирҙы онлайн рәүештә күҙәтһә, архивтағы тапшырыуҙарҙы ла бер ҡыйынлыҡһыҙ ҡарай ала. Сайтҡа  инеүселәр  һаны бөгөн алты меңдән ашҡан.  

Республиканың төп каналында барған төрлө йүнәлештәге тапшырыуҙарҙы интернет аша  эҙләп табыу, күңелеңә  ятҡанын һайлап ҡарау, шул уҡ ваҡытта һәр береһенең битен асып, үҙ фекереңде белдереү, тауыш биреү бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай.
Марат Шафиҡов, интернет тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе: «Беҙҙең сайтта һеҙ телевидение тураһында бөтә мәғлүмәтте  ала алаһығыҙ. Шулаҡ уҡ  социаль селтәрҙәрҙәр –«Бәйләнештә», «Твиттер», «Синыфташтар» һәм башҡа социаль селтәрҙәрҙә лә аралашыу  ҡыҙыу бара. Маҡсатыбыҙ сайтҡа кереүселәр  һанын күбәйтеү, реклама биреүселәр  өсөн  уңайлы шарттар тыуҙырыу. Шулай уҡ   андроид һәм  айос программаларын уңайлыраҡ  эшләргә, әлегә унда тура эфир ғына  эшләнгән, шулай уҡ яңылыҡтар архивын ойошторорға теләйбеҙ.
Интернет-тапшырыуҙар бүлеге сайтҡа яңылыҡ индереүҙән туҡтамай. Мәҙәни,  дини, балалар өсөн тапшырыуҙар, телевизион конкурстар, яңылыҡтар һәр  эфир ваҡытында һалынып бара. Интернет булғанда  һәр кем tv-rb.ru  сайтына инеп, эфирҙы онлайн аша ла ҡарай ала.
Регина Сәйфиева, интернет тапшырыуҙар бүлегенең баш мөхәррире: «Беҙ эште бәләкәйҙән башланыҡ, 11 йыл эсендә яйлап ҡына видео, тапшырыуҙар архивын булдырҙыҡ, яңылыҡтарҙы ваҡытында һалырға өйрәндек. Телеканалыбыҙҙы сит илдәрҙә лә танытыу өҫтөндә тырышып эшләйбеҙ».  
Республикалағы  бер яңылыҡ  та тамашасы  иғтибарынан ситтә ҡалмай. Телекомпания үткәргән  төрлө акция-конкурстарҙы техник  һәм мәғлүмәти яҡтан яҡтыртыу, киң тамашасыны ылыҡтырыу буйынса ла күләмле эш алып бара бүлек хеҙмәткәрҙәре.              
Лариса Ҡужагилдина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку