Бөгөн Башҡортостан йәмәғәтселеге популяр йырсы Вәсилә Фәттәхованы һуңғы юлға оҙатты

Бөгөн Башҡортостан йәмәғәтселеге популяр йырсы Вәсилә Фәттәхованы һуңғы юлға оҙатты 28.01.2016

Хушлашыу  Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтте. Яратҡан йырсылары менән хушлашырға  йөҙҙәрсә кеше килде, зал шығырым тулы ине.  

Эстрада көмбәҙендә Вәсилә Фәттәхова тигән йондоҙ тәүге тапҡыр 2000 йылдар башында балҡыны. Белорет районында тыуып үҫкән ҡыҙ Учалы сәнғәт  колледжын тамамлап Өфө дәүләт сәнғәт академияһына ингәндән һуң оло сәхнәләрҙе яулай башланы.  Вәсилә беренсе курстан уҡ Айҙар Ғәлимов менән гастролдәрҙә сығыш яһай, һуңғараҡ үҙаллы ижадҡа тотона.  Йәш йырсының "Тыуған яҡ" йыры айырыуса ҙур популярлыҡ яулай, уны төрлө милләт кешеләре, олоһо ла , кесеһе лә яратып тыңлай.  Авторҙың байтаҡ  йырҙары донъя күрә. Ул Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы тигән исемгә лайыҡ була.  Әммә Вәсилә Фәттәхова  төп бәхетен ғаиләлә күрә, йырсы тормошҡа сығып  Кәрим исемле ул тәрбиәләй. Әммә декабрҙә  ҡыҙын донъяға килтергәндән һуң ныҡ өҙлөгә. Табиптар 36-һын ғына тултырған йәш әсәнең ғүмерен ҡотҡара алмай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку