Бөгөн «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Юлдаш» һәм «Спутник ФМ» радиостанциялары тыуған көнөн билдәләй 25.09.2014

Ике канал да үҙ тамашасыларын табып, тыңлаусыларҙың һөйөүен яулап өлгөргән. Иҫтәлекле дата уңайынан уларҙы коллегалары, дуҫтары, хаҡлы ялға сыҡҡан тармаҡ ветерандары тәбрикләй. Ләкин әлбиттә, радио хеҙмәткәрҙәре өсөн бөгөн иң ҡәҙерле ҡотлауҙар тыңлаусыларҙан булды.

14 йыл дауамында «Юлдаш» радиоһының тоғро тыңлаусылары яратҡан тапшырыуҙарын ФМ 105.5 киңлектәрендә тыңлай. Көн һайын эфир тулҡындарында ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар, яратҡан йырҙар, яңылыҡтар яңғырай. Үҙ тыңлаусыларын ҡыуандырыр өсөн «юлдаш»тар камиллашыуын дауам итә.

«Юлдаш»та ижади коллектив тупланған. Радио менән тыңлаусы араһында тығыҙ бәйләнеш булдырылған Шуға ла быйыл Мәскәүҙә «Юлдаш» йыр-моң каналы үҙен «Волга буйы федераль округының иң яҡшы радиостанцияһы» тип танытты. Бөгөн уларҙы тыуған көнө менән ҡотлап, студияға «Юлдаш»тың ветерандары, бында хеҙмәт юлын башлаусылар ҙа килде.

«Юлдаш»тан тыш, бөгөн тыуған көнөн шулай уҡ «Спутник» радиостанцияһы ла билдәләй. Ике радиоканал да 2000 йылда ультраҡыҫҡа тулҡындарҙа эшләп килгән «Радио-2» нигеҙендә барлыҡҡа килә. Бөгөн иһә улар - үҙ аудиторияһы булған, Башҡортостан һәм унан ситтә лә киң танылыу яулаған каналдар.

«Спутник ФМ» иһә үҙенең «Өфө тулҡыны» менән билдәле.

Роза Төхбәтова, «Спутник» радиоһының баш мөхәррире: «Беҙ халыҡ-ара һәм Рәсәй наградаларын алғаныбыҙ бар, шул иҫәптән радиостанцияларға бирелгән иң абруйлы «Радиомания» конкурсы лауреаты тип тә танылдыҡ. Быйыл был исемде «Өфө тулҡыны» проекты ярҙамында яуланыҡ».

Йыл буйы дауам итеүсе «Өфө тулҡыны» таланттар бәйгеһенең финалы 28 ноябрҙә үтә. Ошо көндә еңеүсенең исеме лә билдәле буласаҡ. Конкурсты беҙҙең каналда ҡарарға мөмкин.

Илфат Кинйәбаев


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика