Бөгөн Башҡортостанға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының махсус бортында Украинанан дүртенсе тулҡын ҡасаҡтар килде

Бөгөн Башҡортостанға Рәсәй  Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының махсус бортында Украинанан дүртенсе тулҡын ҡасаҡтар килде 30.07.2014

Төркөмдә башлыса ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар. Улар Стәрлетамаҡ  ҡалаһына урынлаштырылды. Ҡасаҡтар өсөн йылы аш-һыу ойошторолған,  медицина пункты эшләй. Быға тиклем килгән Украина граждандарын мәрхәмәтле кешеләр ярҙамынан ташламай. Ҡаcаҡтар араһында эшкә урынлашыусылар ҙа бар.  

Ирина менән Александр улдары Евгений һәм Святослав менән Луганск өлкәһенән килгән. Ҡан ҡойош, бомбалар шартлауынан ҡасып, Монюктар ғаиләһе автомобилдә Туймазы ҡалаһына йүнәлгән. Әле улар Иринаның әсәһендә йәшәй. 40 квадрат метр майҙанда бөгөн 7 кеше көн күрә. Шуға ҡарамаҫтан ғаилә шөкөр итә. Иң мөһиме-балаларҙың ғүмерҙәре өсөн хәүеф юҡ, ти улар. Ирина Монюк, Украина ҡасағы: «Башҡортостан халҡы беҙҙе йылы ҡабул итте. Рәхмәт уларға. Тыуған ерҙә балалар пуля һыҙғырыуы, шартлауҙарҙан төндәрен насар йоҡланы, хатта, тотлоға башланы». Әле ғаилә медицина тикшереүен үтә. Рәсми рәүештә эшкә урынлашыу өсөн документтарын тәртипкә килтерә. Ирина урындағы балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып барырға теләй. Ошо көндәрҙә Туймазы ҡалаһы һәм мәрхәмәтле кешеләр тағы ла өс Украина ҡасағын һыйындырған. Маргарита Глебова һөнәре буйынса химик-лаборант, ул оло йәшенә ҡарамай эшкә урынлашырға хыяллана. Ә бына Донецк өлкәһенең Авдеевка ҡалаһынан килгән Елена шөғөл тапҡан. Ҡандра ауылына урынлаштырылған йәш ғаилә ҡул ҡаушырып ултырмай. Елена урындағы телевидение бүлегендә монтажер булып эшләй. Украиналағы сыуалыштар һөҙөмтәһендә йәш ғаилә килемле эшен, үҙ торлағын ташлап китергә мәжбүр булған. Елена Гросова, Украина ҡасағы: «Ауылда эш эҙләй торғас, урындағы телевидениеға килдем. Монтаж эшен белгәнгә күрә ваҡытлыса эшкә алдылар. Әле рәсми урынлашыу өсөн документтар йыябыҙ. Уларҙы тәртипкә килтергәс, даими эшкә урынлашырмын тип уйлайым». Сибай ҡалаһы тәүге ҡасаҡтар - Нуриәхмәтовтар ғаиләһен ҡабул иткән. Әле улар фатирға түләп йәшәй, барыһында бер теләк - балаларҙы мәктәпкә урынлаштырыу, тиҙерәк эшкә тотоноу. Федераль квотаға ярашлы, Башҡортостан 5 меңгә тиклем ҡасаҡ ҡабул итәсәк. Быға бәйле республика район-ҡалаларында махсус комиссиялар булдырыла. Бомбалар ямғырынан бар донъяһын ташлап ҡасҡан кешеләр бөгөн яҡлауға һәм ярҙамға мохтаж. Мәрхәмәтлек ҡылырға теләүселәр кейем-һалым, көндәлек кәрәк яраҡтарын ваҡытлыса пункттарға килтерә ала. Изгелек ҡылырға бер ҡасан да һуң түгел.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку