Бөгөн Бөтә Донъя метеорологтар көнө 23.03.2015

Донъяла ул 1961 йылдан алып билдәләнә. Тап ошо көндө, 1950 йылдың 23 мартында Бөтә донъя метеорология ойошмаһы барлыҡҡа килә.

Метеорологтар байрамы йыл һайын тәбиғәтте һаҡлауға бәйле көнүҙәк темаларға арнала. Быйыл ул «Климат тураһында белем уға бәйле эшмәкәрлектең нигеҙе» тигән тема аҫтында үтә. Рәсәйҙә гидрометеорологик мониторинг хеҙмәте  бынан 170 йыл элек, император Николай беренсенең указынан һуң эш башлай. Росгидромет ойошмаһының төп маҡсаты - кеше ғүмере һәм ил иҡтисадына тәбиғәт ғәрәсәтттәре ҡурҡынысын кәметеү, илдә гидрометеорологик хәүефһеҙлек тәьмин итеү. Аналитик мәғлүмәттәр иҫбатлауынса, синоптиктар күҙаллауҙары ил иҡтисадындағы матди юғалтыуҙарҙы 40 процентҡа кәметергә ярҙам итә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика