Бөгөн «Ҡаргиҙәр» операцияһы башланды 01.02.2016

Ул ай дауамында республика төбәктәрендә үтә. Профилактик сарала  инспекторҙар ҡаргиҙәрҙе генә түгел, башҡа техникаларҙы ла тикшерә.

Ҡаргиҙәр хужаһы автоһәүәҫкәр булараҡ үҙе менән бергә тейешле документ йөрөтөргә бурыслы. Инспекторҙар транспорттың дәүләт техник күҙәтеүе үткәнлегенән тыш, идара итеү хоҡуғы булыу-булмауын да тикшерә. Был осраҡта тәртип боҙоу юҡ. Рифат Низаевтың  документтары теүәл. Ҡаргиҙәрҙә  урман-баҫыуҙарҙы  ул 15 йыллап елә. Тәжрибә булыуға ҡарамаҫтан, хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәргә тырышам, ти ул.
Ләкин күп осраҡта ҡаргиҙәр хужаһы техникаһын уйынсыҡ урынына күрә. Уны теркәүгә ҡуйыуҙы, техник торошон тикшереүҙе, тейешле категориялы водитель таныҡлығын алыуҙы кәрәкле тип тапмай. Ә был ҡыҙғанысҡа, насар һөҙөмтәләргә килтереүе ихтимал. Инспекторҙар күңелһеҙ осраҡтарҙы кәметеү өҫтөндә эшләй. Рейд барышында ҡаргиҙәр хужалары менән аңлатыу эштәре алып барыла.
Квадрацикл да шулай уҡ, А1 категорияһына ҡарай. Уның менән идара белеү ҙә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен белеүҙе талап итә. Ғәҙәттә, 172 уҡыу сәғәтендә теоритик һәм практик тәжрибә туплағандан һуң, имтиханды уңышлы тапшырып ҡына транспорт сараһына идара итеү хоҡуғын алырға мөмкин.
Виктор Гильзер, Өфө ҡалаһы буйынса дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы баш белгесе: «Беҙ Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре менән берлектә рейдҡа сығабыҙ. Алдағы көндәрҙә республика ауыл биләмәләре менән бәйләнешкә инеп, төбәктә күпме ҡаргиҙәр барлығын асыҡлаясаҡбыҙ. Техникаһы булған һәр хужа уны теркәргә бурыслы. Ҡаргиҙәр менән тик  водитель таныҡлығы булған 16 йәште үткәндәр генә идара итә ала».
Әйткәндәй, күптән түгел телевизор ҡараусыбыҙ ебәргән был видеола тәжрибәле ҡаргиҙәрселәрҙең ял ваҡыты төшөрөлгән. Яҙманан күренеүенсә, бер ирҙең аяғы техника эсенә инеп китә. Ярай әле аяҡтар иҙелмәгән. Юғиһә, көлкө ҡайғыһы булмаҫ ине...
Был техника хәүефһеҙлеген үтәмәүҙең бер миҫалы булып тора. Бәхеткә, быйыл күңелһеҙ осраҡтар теркәлмәгән. Шулай ҙа, йыл башланып ҡына тора. Инспекторҙар халыҡты юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә,  һаҡ булырға саҡыра!

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика