Бөгөн һалым хеҙмәткәрҙәре лә һөнәри байрамын билдәләй 21.11.2015

Теүәл 25 йыл элек Рәсәй Президенты Указы менән федераль һалым хеҙмәте айырым ведомство булып ойошторола. Уларҙың тынғыһыҙ хеҙмәте һөҙөмтәһендә төрлө кимәлдәге бюджеттар тулылана. Илдең финанс һәм социаль тотороҡлолоғо тәьмин ителә. Федераль һалым хеҙмәтенең тарихы Башҡортостан һалым хеҙмәте идаралығыныҡы менән тығыҙ бәйләнгән.

Был өлкәләге тәүге аҙымдар тап республикала һыналды. Әле киң ҡулланылған социаль номер, йәғни һалым түләүсенең шәхси һандары тап Башҡортостан ерлегендә сығарылған. Оҙаҡ йылдар ведомствоға яҡташыбыҙ Геннадий Букаев етәкселек итте. Һынылышлы осорҙа ул һалым хеҙмәтен әлеге бейеклеккә күтәрҙе. Башҡортостанда әле өс мең ярым һалым хеҙмәткәре иҫәпләнә. Улар ҡаҙнаны тулыландырыу менән бер рәттән, илебеҙҙең иҡтисади именлеге һағында тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика