«Азия-Себер һылыуҡайы» тажы йәнә Башҡортостан ҡыҙына эләкте

«Азия-Себер һылыуҡайы» тажы йәнә Башҡортостан ҡыҙына эләкте 14.12.2015

Красноярск ҡалаһында 9-сы тапҡыр уҙғарылған Халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһендә Рәсәй төбәктәренән ике тиҫтәгә яҡын һылыуҡай ҡатнаша, уларҙың өсәүһе республика данын яҡлай. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Гөлназ Шәмсетдинова  еңеүсе тип таныла.

19 йәшлек ҡыҙ Өфөнөң модель агентлығында шөғөлләнә, быға тиклем дә гүзәллек бәйгеләрендә көсөн һынап ҡараған. Һуңғы сығышына ла ул етди әҙерләнә, конкурс шарттарына ярашлы, бында һәр кем милләтенең йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырырға тейеш була. Гөлназ «Башҡорт туйы» хаҡында һөйләй һәм бәйгегә махсус рәүештә халыҡ бейеүен әҙерләй.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку