Ҡайнар йөрәкле бишәү. Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыусы балаларға наградалар тапшырҙы

Ҡайнар йөрәкле бишәү. Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыусы балаларға наградалар тапшырҙы 13.04.2017

Исемле  китап, диплом һәм миҙал менән Стәрлетамаҡтан Даниил Борисов һәм Ярослав Адоньев, Учалынан Айнур Маннапов, Иглин районынан Максим Бархатов, Йылайырҙан Илназ Байбаҡтин бүләкләнде. Уларҙың барыһы ла  үҙҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, уттан, һыуҙан кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара

Йылайыр районынан Илназ Байбаҡтин үҙ ғүмерендәге тәүге, бәлки,  иң мөһим наградаһын алырға әҙерләнә. Галстукты бик һирәк кенә таға, ти егеттең әсәһе. Яратмауҙан түгел, иптәштәремдән айырылып торғом килмәй, ти ул. Ябай, баҫалҡы, әммә оло йөрәкле ауыл малайының Өфөгә бүләкләнергә килергә лә бигүк теләге булмаған. Ҡыйыу аҙымымды  геройлыҡ тип иҫәпләмәйем, ти Илназ.
Шулай ҙа кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуҙы башҡаса атап булмай. Илназ ут ялмап алған йорт эсенән ҡатынды ҡотҡара. Янғын эсенән  хужабикәне  йөкләп тиерлек урамға алып сыға. Утҡа икенсегә ингәндә түшәктә ятҡан инвалид ирҙе күрә, әммә сығарып өлгөрә алмай. Түбә таҡтаһы емерелә башлап егет үҙе саҡ сығып ҡотола.
Ҡайнар йөрәкле бишәү араһында иң кесеһе - Максим Бархатов. Әле бала нишләп үҙенең фотоһүрәтен китапҡа ҡуйғандарын да аңлап еткермәй. Ләкин ватандаштары өсөн ул ысын герой. Ете  йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, малай ут эсендә ҡалған һеңлеләрен күтәреп алып сыға. Фажиғә көнөндә өй эсендә 7, 6, ике йәшлек һәм туғандарының тағы ла 4 йәшлек   бәләкәй балаһы , 80 йәшлек өләсәләре була. Әгәр Максим көсһөҙлөк күрһәтһә, уларҙың барыһы ла һәләк булырҙар ине.  Көслө янғындан йорт-ҡаралтынан бер нәмә лә ҡалмаған. Үҫмер үҙе тәне бешеп дауаханаға эләгә.
Максим Бархатов, «Ҡайнар йөрәк» билдәһе менән бүләкләнеүсе: «Ут сыҡҡас йүгереп сыҡтым да күршеләрҙе ярҙамға сыҡырҙым. Артымдан өләсәйем менән һеңлем йүгереп сыҡты. Бәләкәй һеңлеләрем йортта ҡалғайны. Мин инеп киттем дә уларҙы эҙләп табып тышҡа алып сыҡтым. Шул  ваҡытта ҡулдарым, арҡам янды».
Кемдер  утҡа инһә, ҡайһы берәүҙәре һыуға ташлана. Кеше ғүмеренә хәүеф янағанда улар икеләнеп тә тормай ярҙамға ашыға. Әле үҙҙәре лә балалыҡтан сығып бөтмәһәләр ҙә, көслө рухлы, киң күңелле үҫмерҙәр «Ҡайнар йөрәк» Бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт башланғысы наградаһына лайыҡ булды.
Йәш геройҙарҙың даны тотош илгә таралды. Уларҙың фотоһүрәттәре махсус китапҡа  баҫтырылған. Йәйгеһен үҫмерҙәр күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Орленок» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгенә ял итергә барасаҡ. Илназ Байбаҡтинға ла хәҙер тантаналы мәлдәрҙә галстук ҡына түгел, күкрәгенә «Ҡайнар йөрәк» билдәһе тағырға тура киләсәк. Илебеҙ бит үҙ геройҙарын йөҙгә белергә тейеш.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика