Автомобиль тығындары мәсьәләһен ҡала электричкаһы хәл итәсәк

Автомобиль тығындары мәсьәләһен ҡала электричкаһы хәл итәсәк 04.06.2015

Өфөлә  Дим һәм Шаҡша биҫтәләре араһында электричкалар йөрөй башлаясаҡ. Әле проектты тормошҡа ашырыу буйынса эш бара ла  инде. Тәүге транспорт бәйләнеше ошо йылдың аҙағында хәрәкәт итә башлаясаҡ. Бөгөн баш ҡала етәкселеге тимер юлы хеҙмәткәрҙәре менән осрашып электр транспорты хәрәкәте үҙенсәлектәрен барланы.  

Электричканың  ҡала транспортына әйләнеүе ҙур үҙгәрештәр талап итә. Туҡталыштар уңайлыраҡ һәм халыҡ ағымын мөмкин тиклем тиҙерәк хеҙмәтләндерә алырға тейеш.  Дим станцияһында «Ҡала электричкаһы» проекты буйынса эш башланған да инде. Йәмәғәт транспортына уңайлы туҡталҡалар булдырыла, платформалар тәртипкә килтерелеп яңы турникеттар ҡуйылған.
Ильяс Мөниров, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе: «Рәсәй тимер юлдары һәм республика араһында төҙөлгән килешеү буйынса әле ҡала электричкаһы үтәсәк барлыҡ станциялар ҙа төҙөкләндерелә башланы. Яңы платформалар һәм йәмәғәт транспорты үтеү өсөн юлдар төҙөлә, терминалдар урынлаштырыла.  Туҡталыштар тәү сиратта уңайлы булырға тейеш. Кеше шәхси автомобилендә килә икән, уны һис шикләнмәйенсә туҡталҡала ҡалдырып электричкаға ултырып китә алырлыҡ булырға тейеш».
Бындай станциялар Дим-Шаҡша бәйләнешендә 11 буласаҡ. Электричка был арауыҡты күп тигәндә 50 минут үтә. Шәхси транспортта, тығындар булмаған хәлдә лә, был юл ике сәғәтте алыуын күҙ уңында тотҡанда ҡала электричкаһы ҙур һорау менән файҙаланасаҡ, тигән фекерҙә етәкселек.
Елена Родина, Дәүләт Йылышы-Ҡоролтай комитеты рәйесе: «Ҡала эсендәге транспорт хәрәкәтен көйләмәгәндә Өфө ҙур бер тығында ҡалыуы ихтимал. Беҙҙең тәүмаҡсат ошо көсөргәнешлекте кәметеү. Ҡала халҡына күп ваҡыт һәм аҡса сарыф итмәйенсә эшкә барыу йә иһә йорттарына ҡайтыу хуш килер тигән ышаныстабыҙ».
Ҡала электричкаһы һорау менән файҙаланырмы-юҡмы уныһын халыҡ хәл итәсәк. Ә йәмәғәтселек тәү сиратта билет хаҡына иғтибар итә. Тарифтар тимер юлына илтеүсе автобусҡа ла, электричкала йөрөү өсөн дә берҙәм булыр тип көтөлә.
Игорь Поляев, «Башҡортостан ҡала-ара пассажирҙар компанияһы» йәмғиәте генераль директоры: «Тимер юлына барып етер өсөн автобуста барырға кәрәк. Унда ла түләтәләр. Әгәр икеләтә сығым булһа халыҡ йөрөмәүе лә ихтимал.  Билет хаҡы түбән булғас тимер юлы килемһеҙ эшләйәсәк. Шуға күрә дәүләт ярҙамынан тыш был проектты тормошҡа ашырыу мөмкин түгел».
Ҡала электричкаһы булғас башҡа йәмәғәт  транспортынан ҡиммәтерәк тә булырға тейеш түгел. Әле пассажирҙар Дим биҫтәһенән Өфөгә тиклем  18 һум түләй. Артабан һәр километр һайын бер һум өҫтәлә.
Айнур Кәбиров




Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку