Автогражданлыҡ яуаплылығын страховкалағанда мутлашыусылар тоҙағына эләгеү хәүефе бар

Автогражданлыҡ яуаплылығын страховкалағанда мутлашыусылар тоҙағына эләгеү хәүефе бар 10.02.2015

19 йәшлек егет  арзанға ғына Осаго полисын рәсмилләштереп, ҡулына ялған документ алыуын аңғармай ҙа ҡала. Һөҙөмтә билдәле, ул аварияға эләккәндән һуң  страховка аҡсаһына дәғүә итә алмай.

Альберт Әҙәмов «тимер аты»ның авариянан һуңғы торошо менән таныштыра. Ике ай элек кенә һатып алынған «Лада» автомобилендә ул  фажиғәғә тарый. Егеткә ремонт эшләр өсөн страховка аҡсаһын кире ҡайтарыу мөмкинлеге була, тик Осаго полисын  ялған тип табалар. Автомобиль хужаһы мутлашыусы страховкалаусылар ҡулына эләгеүен полиция бүлексәһенә мөрәжәғәт иткәс кенә аңлай. Әле был эш буйынса экспертиза алып барыла.
Осаго килешеүе дөрөҫ төҙөлгән булһа, был күңелһеҙ осраҡ теркәлмәҫ тә ине. Яңы ғына әрменән ҡайтҡан егеткә автомобилде әсәһе бүләк иткән икән. 130 мең һумлыҡ «тимер ат»ты ремонтлау өсөн хәҙер егерме мең һум самаһы аҡса кәрәк. Альбертҡа ялған документты  Өфөнөң Төньяҡ баҙары янында урынлашҡан компания хеҙмәткәрҙәре төҙөй. Тик был ойошма ни өсөндәр юҡҡа сыҡҡан. Шулай ҙа был тирәлә мутлашыусылар үҙҙәренең эшмәкәрлеген әле лә дауам итә.
5-6 мең һум аҡсамды кеҫәмдә ҡалдырам тип, ялған Осаго килешеүен төҙөү һуңынан икеләтә-өсләтә тапҡыр ҡиммәтерәккә төшөүе ихтимал. Был документ автоһәүәҫкәрҙәргә бер ниндәй ҙә гарантия бирмәй. Страховка осрағында законһыҙ эшмәкәрлек өсөн үкенеүселәр ҙә етерлек.
Автогражданлыҡ яуаплылығын страховкалау хаҡы водителдең йәшенә, стажына, автомобилдең ҡеүәтенә һәм башҡа критерийҙарға бәйле. Юристар билдәләүенсә, Рәсәйҙә һәр 20 осраҡтың береһендә Осага полисының ялған булыуы асыҡланған.
Ялған полистарҙың таралыуында автоһәүәҫкәрҙәрҙең ғәйебе лә бар. Күптәр был документты юл хәүефһеҙлеге инспекторҙарына күрһәтеү өсөн генә кәрәк тигән фекерҙә. Тик страховка осрағында ғына иртәгәһе көнгә ҡул һелтәүселәр «тимер аттарын» үҙ кеҫәһенән ремонтларға мәжбүр.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку