Август аҙағындағы дауыл һөҙөмтәһендә Яңауыл районының Ураҡай ауылында 65 йорт зыян күргән

Август аҙағындағы  дауыл һөҙөмтәһендә Яңауыл районының Ураҡай ауылында 65 йорт зыян күргән 13.09.2014

Өйөрмә йорт ҡыйыҡтары, мунса, һарай, келәт кеүек йорт ҡаралтыларҙы емергән. Бөгөн урында төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Көҙгө һыуыҡ һәм ямғырҙар башланғансы халыҡ ремонт эштәрен тамамларға ниәтләй.

Көслө дауыл Роберт Низамовтың йорт ҡыйығын, түбәһен алып ташлаған. Әле ғаилә башлығы төҙөкләндереү эштәре менән мәшғүл. Ярҙамға Балтас районы эшселәре лә килгән. Дүрт ир-егет бер нисә көн дауамында уға ҡыйыҡ ябыша, башҡа эштәрҙә булыша.
Роберт Низамов, Ураҡай ауылында йәшәүсе: «Дауыл йорт ҡыйығын, түбәне сағыштырмаса алыҫ аҡҡан йылғаға тиклем осороп алып киткән. Өй эсендә диванда бала ята ине, ул да өйөрмә эсендә ҡалды. Саҡ ҡотҡарып алып ҡалдыҡ. Ныҡ ҡурҡтыҡ».
Ғаилә төҙөлөш материалдарының бер өлөшөн үҙе һатып алһа, ҡалған кәрәк-яраҡтар менән ярҙам иткәндәр. Ә бына йорт йыһаздарын ҡайтанан һатып алырға тура киләсәк. Ғүмер буйы тупланған байлыҡ күҙ асып йомғансы юҡҡа сыҡҡан. Бөгөн Ураҡайҙа зыян күргән йорттарҙың барыһында ла төҙөкләндереү эштәре бара.
Зәлиф Ханов, Байғужа ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы: «Бөгөн халыҡҡа Ҡудаш, Яңы Уртауыл, барлығы дүрт ауыл советы кешеләре ярҙам итә. 16 кеше ике көн буйы урындағы тергеҙеү эштәрендә ҡатнашты. Төҙөлөш материалдары менән ике ойошма ярҙам итте, ағас-бүрәнәләрҙе тиҙҙән килтерергә тейештәр».
Бәхеткә, ураҡайҙарҙы күрше ауыл-район халҡы ауыр хәлдә бер үҙҙәрен ҡалдырмаған. Күмәкләгән - яу ҡайтарған тигәндәй, улар төҙөкләндереү эштәрен бер аҙна эсендә тамамларға ниәтләй.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку