Аварияла кем ғәйепле?

Аварияла кем ғәйепле? 05.09.2014

Өфөлә Яңы күпер һәм Ветошников урамдары киҫелешендәге юл-транспорт ваҡиғаһында водителдәрҙең береһе ғәйепле тип танылған. Әммә руль артындағы ханым юл бирергә кәрәклеге хаҡындағы билдәне ҡуйы ағаслыҡ аша күрмәүен билдәләй. Шул уҡ ваҡытта билдәләрҙең асыҡ күренеүенә баш  ҡаланың  коммуналь хужалығы идаралығы яуаплы. Авария өсөн кем яуап бирер?

Юлиәнең автомобиле  авария һөҙөмтәһендә ныҡ ҡаҡшаған. Ул Яңы күпер урамы буйлап хәрәкәт иткәндә таксиға бәрелә, бәхеткә аварияла һәләк булыусылар юҡ. Һуңынан асыҡланыуынса, ҡатын икенсе автомобилгә юл бирергә тейеш була һәм уны аварияла ғәйепле тип табалар. Әммә Юлиә  билдәне һуң күргән.
Юлиә Сәхипгәрәева, автоһәүәҫкәр: «Мин 7 йыл руль артында, бала йөрөткәс юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәйем. Быға тиклем бер  тапҡыр ҙа хоҡуҡ боҙоу осрағым булғаны булманы. Билдәне  күрмәнем, сөнки уны ағас ҡаплаған ине».
Бәхетһеҙ осраҡ ошо урамдар киҫелешендә теркәлә. Машиналар бында күп йөрөмәһә лә авариялар йыш булып тора, ти урындағылар. Водителдәр ҙә билдәнең ағастар аша күренмәүен билдәләй.
Дәүләт талаптарына ярашлы юл билдәләре асыҡ күренергә тейеш.  Күренеште ағас, бағана йә ҡар ҡаплаған хәлдә, был етешһеҙлектәр бөтөрөлөргә тейеш.
Дмитрий Маркелов, юл инспекторы: «Билдәләр 100 метр алыҫлыҡтан күренергә тейеш. Әгәр ҙә был талаптар үтәлмәй икән, коммуналь хужалыҡ идаралығы йә муниципаль учреждение уларҙы ҡырҡып ташларға тейеш».
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында билдәләүҙәренсә, Өфөлә  күренмәгән билдәләр етерлек. Уларҙың торошо өсөн ҡаланың коммуналь хужалыҡ идаралығы яуап бирә.  
Ринат Лотфрахманов, Өфө ҡала хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы етәксеһе урынбаҫары: «Был проблема тураһында беләбеҙ. Ғәҙәттә, ағастар көҙ ҡырҡыла, яҙ, йәйге миҙгелдә уларға тейергә ярамай. Йәйгеһен ошондай осраҡтарҙы теркәп барабыҙ һәм һуңынан улар киҫелә».
Көҙ  ағастар япраҡтарын ҡойғас был мәсьәлә үҙенән үҙе юҡҡа сығасаҡ. Шулай ҙа  ҡатын әле судҡа документтарын әҙерләй. Сөнки ведомство битарафһыҙлығы һөҙөмтәһендә уға ике автомобилде лә тергеҙергә тура киләсәк.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика