Ауырғазы районында тыл хеҙмәтсәндәре хөрмәтенә һәйкәл асылды

Ауырғазы районында тыл хеҙмәтсәндәре хөрмәтенә һәйкәл асылды 10.10.2014

Ул Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бар көсөн һалған ҡатын-ҡыҙҙар, балалар һәм ололар хеҙмәтен данлай. Апостамент район халҡы, эшҡыуарҙар, предприятиелар көсө менән күтәрелгән

Ҡасандыр мәжбүри эш бөгөн Зәүжән Әхмәт ҡыҙының яратҡан шөғөлөнә әйләнгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 9 йәшлек ҡыҙға тиҫтәләрсә пар ойоҡбаш, бейәләй бәйләргә тура килгән. Үҫмер уҡыу, баҫыу эштәре араһында ғаиләһенең тамағын туйҙырыу өсөн шәл дә бәйләй. Аҙаҡ уны әсәһе май, йомортҡаға алыштырыр булған.

Тыл ветараны булһа ла Зәүжән Әхмәт ҡыҙының миҙалы юҡ. Беҙ награда өсөн эшләмәнек, уны алыу өсөн ниндәй ҡағыҙҙар кәрәклеген дә белмәнек, ти ул. Оло йәштәге ханымдың тормош иптәше Фәнгәр Ғәлиулла улы ла тыл ветераны. Һуғыш йылдарында бала-саға, йәш елкенсәк иңенә барлыҡ тормош ауырлыҡтары ята.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ауырғазы районынан 15 мең ир-егет фронтҡа китә. Ҡыҙғанысҡа, уларҙың күбеһенә тыуған яғына кире әйләнеп ҡайтырға яҙмай. Иген үҫтереү, урып-йыйыу кеүек эштәр ҡатын-ҡыҙҙар, балалар һәм ололар иңенә ята. Барыһы ла фронт өсөн тип эшләйҙәр. Бөгөн улар хеҙмәте хөрмәтенә Ауырғазы районында тәүге тыл хеҙмәтсәндәренә бағышланған һәйкәл асылды.

Тантанаға һуғыш һәм тыл ветерандары, уларҙың ейәндәре йыйылды. Һәйкәлдә һуғыш йылдарында иң йыш яңғыраған, кешеләрҙе дәрләндергән «Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла еңеү өсөн» тигән изге һүҙҙәр яҙылған. Һәйкәл ике өлөшкә бүленгән. Бер яғында яралы һалдат торһа, икенсеһендә тырма тотҡан ҡатын. Уның янында көлтә бәйләүсе үҫмер һәм бала саҡ бәхете татымаған сабый. Барыһы ла һүҙһеҙ аңлашыла.

Һәйкәлде район халҡы көсө менән йыйылған 400 мең һумға күтәргәндәр. Изге эшкә йүнселдәр, төрлө ойошмалар, ауыл биләмәләре, ябай халыҡ ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәткән. Уның тыл ветерандарына ни тиклем ҡәҙерле булыуын хеҙмәтсәндәр үҙҙәре генә аңлайҙыр.

Ауырғазылар һәйкәлде асыу өсөн Бөйөк Еңеүгә 70 йыл тулыуын көтмәҫкә ҡарар иткәндәр. Тарихи ғәҙеллектең тантана итеүен бөгөн тере тыл ветерандары күрһен өсөн. Республика көнө алдынан тыл хеҙмәтсәндәре хөрмәтенә һәйкәл асылыуы ауырғазылар өсөн генә түгел, барлыҡ республика халҡы өсөн ҡыуаныс.

Л.Тунасова


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку