Ауылдарҙың киләсәген хәстәрләп, ауыл хужалығын, кәсептәрен, традицияларын тергеҙеү һәм пропагандалау нигеҙендә республикала әленән-әле яңы программалар тормошҡа ашырыла 12.06.2015

Салауат дәүләт драма театры нигеҙендә ойошторолған «Аҙаш ауылдар» фестивале тап ошондай юҫыҡтағы сара булды ла инде. Тәүге фестивалде «Аҡтирмә» милли-мәҙәни үҙәге башлап ебәрҙе.

Салауат ҡалаһында «Аҙаш ауылдар» тип исемләнгән беренсе республика фестивале үтте. Фестивалдә Ейәнсура, Ишембай, Ҡыйғы, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен һәм Стәрлебаш райондарының Ибрай, Ибраҡай һәм Ибраһим ауылдары ҡатнашты. Ауылдарҙың тарихын, йолаларын тергеҙеү, унда йәшәүсе ырыуҙарҙың шәжәрәләрен төҙөү, ауылдарҙа сәләмәт тормошто пропагандалау, йәшәйеш, көнкүреш тәжрибәләрен уртаҡлашыу - сараның төп маҡсаты ине.
Республика буйынса Ибраһим атамаһын йөрөткән 11 ауыл иҫәпләнһә, фестивалдә шуларҙың 6-һы ҡатнашты. Әйтеп үтергә кәрәк, ауылдар бик ҙур әҙерлек менән килгән, һәр береһе туған төйәге данын намыҫ менән яҡланы. Байрам барышында ҡатнашыусыларҙың шәжәрәләре ҡаралды, тарихи мәғлүмәттәр тыңланды һәм, әлбиттә, ерле фольклор менән милли аш-һыу ҙа тәҡдим ителде.
Быйыл фестиваль беренсе тапҡыр үткәрелде. Ауылдарҙы һаҡлау һәм яҡлау, уларҙа тулы ҡанлы, етеш тормош булдырыу, киләсәген ҡайғыртыу хаҡында онотмаһаҡ ине, тигән теләк белдерҙе сарала ҡатнашыусылар. Ә инде ойошторусылар, киләһе байрамда аҙаш ауылдар тағы ла күберәк булыр һәм ул тотош республика даирәһенә таралыр, тигән өмөттә ҡала.
Миләүшә Хабилова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика