Ауыл тырыштарҙы һәм егәрлеләрҙе генә үҙ итә 18.05.2017

Шуға күрә ауылдағылар эш юҡлыҡҡа һылтанып ятмай, хәҙер үҙ йүнен үҙе табып бынамын итеп донъя көткәндәр байтаҡ. Беҙҙең киләһе яҙма Баймаҡ районы   Күгиҙел ауылында йәшәүсе Ләлә менән Ғаяз Аҫылбаевтар хаҡында.

Үҙ эшен ябай картуф һатыуҙан башлап, хәҙерге ваҡытта бик күп уңыштарға өлгәшкән Асылбаевтар ғаиләһе. Йәйен еләк-емеш, мәтрүшкә йыялар, ҡош-ҡорт аҫрап үҫтерәләр,  ә көҙ етеүгә бәшмәк, баҡса үҫтереп һаталар. Ә ҡышын иһә, хужабикә бәйләм менән дә булыша. Ғөмүмән алғанда,  улар бер минут та  буш ултырмай.  Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты.  Уларҙың ҡалаларҙа үҙҙәренең генә һатып алыусылары бар. Был эште тағы ла еңеләйтә. Ләлә Асылбаева техника булмағанда  башта 9 биҙрә, ә аҙаҡ 17 биҙрә еләкте автобус менән ҡалаға алып бара. Ошо кәсептән улар башта МОСКВИЧ машинаһы, унан һуң өйлөк бура һатып ала.  Хәҙерге ваҡытта ғаиләнең эше бик уңышлы бара.  Асылбаевтар  йәшәү дәүерендә бер ҡасан да кредит алғандары юҡ, ләкин  үҙҙәренең тырышлығы арҡаһында етеш тормошта йәшәй.
Асылбаевтарҙың балалары ла хеҙмәт яратып үҫә. Улар бәләкәйҙән  бар эштә лә ата-әсәһенә  ярҙам итеп, килем туплаша.  Шуға ла улар һәр тиндең тиерлек ҡәҙерен һәм баһаһын яҡшы белә.  Әйткәндәй, улдары Нияз  былтырғы йылда еләк йыйып, үҙенә 26 меңлек электро - гитара һатып ала. Ҡыҙҙары Сания һәм Сәриә бәйләм менән булыша,шул уҡ ваҡытта, йыр йырларға ла ярата.
«Егәрленең ҡулы етәү»-,тиеп, бушҡа ғына әйтмәй халыҡ. Асылбаевтар бешмәген дә йыя, малын, ҡош-ҡортон да ҡарай, гөрләтеп донъя көтә. Асылбаевтар кеүек ғаиләләр өлгө  булып тора. Ысынлап та, ауылда эш юҡ, тип әйтеү ябай күренешкә әйләнһә лә, үҙеңә эш табып, килем туплай алһаң, ул ҙур уңыш. Тимәк, ауылда ла бынамын тип, гөрләтеп йәшәргә, кәсеп итергә була.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика