Ауыл хужалығында ҡый үртәүҙәр ҡарауһыҙ башҡарылырға тейеш түгел

Ауыл хужалығында ҡый үртәүҙәр ҡарауһыҙ башҡарылырға тейеш түгел 16.04.2015

Кире осраҡта яуаплы хужалыҡтарға штраф һалынасаҡ. Әйткәндәй, быйыл уның күләме күпкә арттырылды. Язаның ҡатыланыуы 12 апрелдә Хакасияла теркәлгән фажиғәгә бәйле.  Төбәктә сәсеүлектәрҙә сыҡҡан янғын ауылдарға тоҡанып меңләгән кешене йортһоҙ ҡалдырҙы. Утта 29 кешенең ғүмере өҙөлдө. Йөҙләгән  халыҡ төрлө тән йәрәхәттәре алды. Малдар янып үлде. Башҡортостанда ла ауыл хужалығында ҡый үртәү осраҡтары юҡ түгел. Янғындарҙы  иҫкәртеү мәсьәләре бөгөн ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышында ҡаралды.

Хужалыҡтарҙа сүп-сар үртәү был тиклем һәләкәткә килтереүен бер кем дә күҙ алдына килтермәгәндер. Бәләкәй генә усаҡ күҙ асып йомғансы ҡырҡлаған ауылды ялмап алған көслө янғынға әүерелә. Көслө ел йөрөткән ялҡынды ауыҙлыҡларлыҡ булмай. Һөҙөмтәлә биш меңдән ашыу йорт янып көлгә әйләнә. 29 кешенең ғүмере өҙөлә. Зыян күреүселәрҙе һанап бөткөһөҙ.
Башҡортостанда ла халыҡты һаҡ ҡылана тип әйтеп булмай. Былтыр, мәҫәлән, 49 урында урман янғындары сыҡҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәргә, башлыса, кеше факторы сәбәпсе, ти урмансылар.  Бигерәк тә ауыл хужалығында хәл көсөргәнешле. Яҙ айҙарында ҡыу үлән үртәү, эҫкерттәрҙе яндырыу кеүек эштәр йыш башҡарыла. Ә бына утты күҙәтеүселәр генә юҡ. Тармаҡ етәкселеге ауыл эшсәндәре алдында Хакасия миҫалында етди бурыстар ҡайҙы.
Республика башлығы Рөстәм Хәмитов та  ауыл хужалығында ҡый үртәүҙәрҙе сикләү буйынса саралар планын эшләргә ҡушты. Бынан ары хужалыҡтарҙа һәр усаҡ етди күҙәтеү аҫтында яндырылырға тейеш. Кире осраҡта ҙур күләмдә штраф һалынасаҡ
Синоптиктар быйылғы яҙҙың да ҡоро килеүен фаразлай. Һөҙөмтәлә көньяҡ райондарҙа ғына ете урында янғын сығып урманға тоҡаныу хәүефе тыуған. Бәхеткә күрә, бәлә иҫкәртелгән. Ләкин янғын менән көрәшеүселәрҙең һәр ергә лә өлгөрмәүе ихтимал. Тәү сиратта халыҡтың үҙенә уяу булыу фарыз.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку