Ауыл хужалығы министрлығының элекке бүлек етәксеһе 8 йылға иркенән мәхрүм ителде 11.11.2015

Хөкөм ҡарары бөгөн Башҡортостандың юғары судында иғлан ителде. 2011 йылда министрлыҡтың  ауыл биләмәләрен үҫтереү бүлеген етәкләүсе Рәлиф Шәйбәков ришүәт алғанда тотолғайны. Ул коммерция менән шөғөлләнеүсе ойошманан  миллион ярым һум талап итте. Һөҙөмтәлә суд уға 120 миллион һум штраф  һалды. Әммә экс-чиновник  уны түләүҙән баш тартты. Суд приставтары хеҙмәте Шәйбәковты иркенән мәхрүм итеүҙе һорап судҡа мөрәжәғәт итте. Юғары суд приставтарҙың талабын ҡәнәғәтләндерҙе.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика