Ауыл аҙан тауышына күмелде 11.11.2014

Әбйәлил районының Әбйәлил ауылы халҡы оло ҡыуаныс кисерҙе -  төбәктә яңы иман йорто сафҡа инде. Был ваҡиғаны төбәктә йәшәүселәр күптән көткән. Ауыл халҡы был изге байрам хөрмәтенә хатта, ҡорбан салды.

Мәсеткә 2006-сы йылда нигеҙ һалынған. Һигеҙ йылға һуҙылған төҙөлөштә башлыса ауыл халҡы ҡатнаша. Кемдер аҡсалата, икенселәр төҙөлөш эштәрендә ярҙамлаша. Төшкән хәйер-саҙаҡа мәсет кәрәк-яраҡтары өсөн тотонола. Тырышлыҡ эҙһеҙ үтмәй тигәндәй ике ҡатлы бина, ниһайәт, үҙ ишектәрен асты.
Ауыл тарихында беренсе тапҡыр сафҡа ингән иман йорто буш тормаясаҡ, ти ауылдаштар. Бында дини йолаларҙы үтәү менән бер рәттән, ғәрәп теленә өйрәнеү, ислам нескәлектәренә төшөнөү кеүек курстар асыу ҙа күҙаллана.
Үҙ мәктәбе, дауаханаһы, шулай уҡ һөнәрселек училищеһы булған ауылдың киләсәге өмөтлө. Быға иман йортоноң сафҡа инеүе лә бермә-бер булышлыҡ итәсәк. Боронғолар әйтмешләй, мәсет бар ерҙә, иман да булыр.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика