Һауа торошона ҡарамаҫтан, йәйге каникул дауам итә 30.07.2014

Балалар күңеленә ятҡан шөғөл менән мәшғүл. Иглин районы мәктәптәрендә көндөҙгө төркөмдәр эшләй. Уҡыусылар бында һаулығын нығыта, күңел аса, ҡайһы берәүҙәр, хатта йөҙөргә өйрәнә.

Көндөҙгө лагерҙа Иглин ауылының 2-се мәктәбе уҡыусылары бассейнда күнекмә үткәрә. Бында балаларға үҙҙәрен һыуҙа нисек тотоу һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре аңлатыла. Бассейнда үткән дәрес үҫмерҙәргә бик оҡшай, ҡайһы берәүҙәр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡолас ташлап йөҙөргә лә өйрәнә. Дилара Байтулина: «Бассейнға беҙ йыш йөрөйбөҙ, әлегә йөҙә белмәһәм дә миңә бында ныҡ оҡшай. Әлегә бортҡа яҡыныраҡ булырға тырышам, лагерь тамаланғансы йөҙөргә өйрәнермен, тип уйлайым». Йылдың беренсе яртыһында район буйынса 4 меңдән ашыу бала һаулығын нығытҡан. Көндөҙгө лагерҙарҙа уҡыусылар менән тәжрибәле педагогтар эшләй, физкультура дәрестәренә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Бынан тыш, уҡыусылар өсөн концерттар, мәҙәни саралар, ҡыҙыҡлы уйындар ҙа ҡаралған, уларҙа балалар ҙур теләк менән ҡатнаша. Лагерҙа ял итеүҙәренә улар бер ҙә үкенмәй. Йәй дауамында райондың 24 көндөҙгө лагерҙары 2500 баланы ҡабул итәсәк. Әйтергә кәрәк, уҡыусылар ялға башҡа төбәктәргә лә йүнәлтелә. Мәҫәлән, бер төркөм уҡыусылар Бәләбәй, Ғафури райондарында булһа, Краснодар өлкәһенә һәм Ҡырымға эләгеүселәр ҙә бар. Улар бөтәһе лә уҡыу һәм мәктәптең йәмәғәт тормошо алдынғылары.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика