Һауа температураһы түбәнәйеүгә ҡарамаҫтан, йылға-күлдәрҙәге боҙ ҡатламы әле йоҡа, тип иҫкәртә ҡотҡарыусылар 06.12.2016

Шуға ла балыҡсыларға һаҡ ҡыланырға кәңәш ителә. Күңелһеҙ хәлгә тарыған осраҡта  112 һандары буйынса ҡотҡарыусыларҙы саҡырырға кәрәк..  

Әйткәндәй, улар  оҫталыҡтарын камиллаштырыу өҫтөндә даими эшләй.  Бөгөн, мәҫәлән, Өфөнөң эҙләү-ҡотҡарыу отряды белгестәре сираттағы күнекмәһен үткәрҙе. Уйҙырма буйынса, улар  боҙ аҫтына төшөп киткән кешегә ярға сығырға ярҙам итергә  ҡотҡарырға тейеш ине. Уны ҡотҡарыу өсөн отрядтыҡылар ерҙә, һыуҙа йөрөй алыусы һәм ҡар гиҙеүсе махсус транспорт сараһы ҡуллана. Ҡотҡарыусы бәләгә тарыусы янына йоҡа боҙ буйлап  шыуышып ҡына хәрәкәт итә. Боҙ аҫтына төшөп китеүсене биҡ ҡыҫҡа ваҡытта ҡотҡарыу зарур. Сөнки түбән температуранан кешенең тиҙ арала аңын юғалтыуы ихтимал.  Шуға ла бәләгә тарыусы ситтән ярҙам көтмәй, үҙе лә һыуҙан сығырға маташырға тейеш. Ҡотҡарыусылар бер нисә мөһим кәңәш бирә.
Павел Колосов, ҡотҡарыусы: «Боҙ аҫтына төшөп киткәндә ҡурҡырға ярамай, һыуҙан сығыу ысулдарын эҙләргә кәрәк. Әгәр ҙә эргәләге боҙ йоҡа икән, уны ватылғансы онтап барып, боҙ ҡалын булған урынға сығырға кәрәк. Артабан һыуҙан сығаһы ғына ҡала. Ҡул-аяҡтарығыҙҙы  һуҙып, тән ауырлығын тигеҙ бүлергә тырышығыҙ. Артабан шыуышып хәүефһеҙ урынға сығығыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика