Һауаға осҡан миллиондар йәки ике йыл рәттән алынмаған  хеҙмәт хаҡын кире ҡайтарып буламы?! 30.07.2015

Ишембайҙар эштән бушатылһа ла өмөтөн өҙмәй. Ҡасандыр гөрләп торған предприятие - нефть һәм газ сәнәғәт берекмәһе бөлгөнлөккә төшкән. Оҙаҡ йылдар бында бил бөгөп эшләүселәр өсөн был - ауыр кисерелә. Етмәһә, күбеһе  "хәҙер аҡса була, хәҙер түләйҙәр" тип кредитҡа батҡан.

Нефть һәм газ сәнәғәт берекмәһендә документ буйынса ҡыҫҡартылған, әммә эшен һаман да дауам иткән хеҙмәткәр ҡасыу яғын ҡараны. "Бөлгөнлөккә төшкән предприятие етәксеһе менән ул яҡшы мөнәсәбәттә,"- ти икенсе йыл эш хаҡын ҡайтара алмаусылар. Завод директоры иһә эшселәр менән бөтөнләйгә һөйләшергә теләмәй. Тимер рәшәткә аша, әлбиттә, үтеп булманы. Һаҡсылар үҙҙәре лә бушҡа тигәндәй бында бурысын үтәй, "лайыҡлы үтәй"!

Ҡырҡҡа яҡын кеше үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәшеүен дауам итә. Хеҙмәт хаҡын кире ҡайтарыу хыялда ғына ҡалмаһын ине, - ти улар. 2013 йылда башланған баш бәләһе - аҡса түләү мәсьәләһе хәл ителергә тейеш.

Заводтың элекке хеҙмәткәрҙәре өмөтөн һүндерергә ашыҡмай. Прокуратураға ла мөрәжәғәт иткәндәр. Завод ябыҡ булһа ла, админастратив бина эсендә бильярд өҫтәлдәре ҡуйылған, үҙебеҙ уларҙы мендерергә ярҙам иттек",- ти эшселәр.

Прокуратураға ялыуҙар бушҡа үтмәй, тиҙҙән завод банкрот тип иғлан ителәсәк. Әлегә  предприятиеға күҙәтеү процедураһы ҡуйылған. Ваҡытлыса Арбитраж идарасыһы ла билдәләнгән. "Ойошмаға финанс анализ эшләргә кәрәк, шунда ғына аныҡ яуап ҡайтарырға була,"- ти ул.

Заводтың элекке хеҙмәткәрҙәренең береһе - предприятиеның ни өсөн бөлгөнлөккә төшөү сәбәптәрен яҡшы белә. Эш хаҡын ҡайтарырға теләүселәр уны предприятиеға саҡырҙы, "Өфө"ләмен тип ҡотолһа ла, осраша алдылар. Ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына. Шулай ҙа эшселәр был буталсыҡ хәлдең сиге булыр тигән өмөттә. Октябрҙә сираттағы суд ултырышы көтөлә.

Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика