Ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәте - бала тәрбиәләү, йорт усағын һаҡлау

Ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәте - бала тәрбиәләү, йорт усағын һаҡлау 05.05.2015

Ләкин илгә афәт килгәндә гүзәл зат вәкилдәре лә изге бурыстан ситтә ҡалмай. Һуғыш йылдарында фронтта булған ҡатын-ҡыҙҙар һаны бер нисә миллионға барып еткән.

Улар санитарҙар һәм медиктар ғына булмаған, әлбиттә. Гүзәл заттар самолетҡа ла, танкка ла ултырған, ҡулдарына ҡорал алған. Араларында ҡаһарманлыҡ күрһәткәндәре лә байтаҡ. Бөгөн Өфөлә шундай шәхестәрҙең береһе, Советтар Союзы Геройы Наталья Ковшова иҫтәлегенә арналған митинг үтте. Сарала Өфөнөң 136-сы лицейы уҡыусылары, ветерандар ҡатнашты. Снайпер Наталья Ковшова 167 немец һалдаты һәм офицерын юҡ итә. Уның геройлығына йәштәр ҙә һоҡлана.
Өфөлә шулай уҡ  партизан хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы Клавдия Абрамованың исеме лә мәңгеләштерелгән. Баш ҡала уның исемендәге урам һәм ҡурҡыу белмәҫ ҡатынға һәйкәл дә бар. Бында ла бөгөн митинг үтте. Клавдия Абрамованың ҡаһарманлығы тураһында өлкән быуын вәкилдәре һәм мәктәп уҡыусылары һөйләне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку