Ата-әсә иғтибарынан мәхрүм балаларға нисек ярҙам итергә?

Ата-әсә иғтибарынан мәхрүм балаларға нисек ярҙам итергә? 05.12.2014

Полиция хеҙмәткәрҙәре социаль ғаиләләр буйынса сираттағы рейд үткәрҙе.

Дүрт йәшлек кенә Вероника үҙ йүнен үҙе күрергә мәжбүр. Бәлиғ булмаған балалар эштәре буйынса бүлек инспекторҙары - уның берҙән-бер яҡлаусылары. Кескәй ҡыҙ менән бергә был коммуналкала тағы ла биш кеше йәшәй. Әсәй тейешле кешегә полиция хеҙмәткәрҙәренә административ протокол төҙөүҙән башҡа сара ҡалмай. Инспекторҙар ҡатынды әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү өсөн документтар йыя башлаясаҡ. Күрше йортта йәшәүсе 35 йәшлек ҡатынға ла, йәшәү рәүешен үҙгәртмәгән хәлдә, ошо уҡ сара янай. Әлегә ул вәғәҙәләр менән ҡотолоп ҡалды. Әммә был ялбарыуҙар инспекторҙар өсөн яңылыҡ түгел.
 Земфира Ғәлиуллина, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторы: «Башҡаса ҡабатланмаясаҡ. Эсеүемде ташлайым да балалар тәрбиәләүгә бар көсөмдө һаласаҡмын, тигән вәғәҙәләрҙе йыш ишетергә тура килә. Әммә һүҙендә тороусылар бик һирәк. Баланы үҙ әсәһенән айырырға теләмәһәк тә, ҡайһы саҡта әсәлек хоҡуҡтарынан мәхрүм итеүҙән башҡа сара ҡалмай».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку