Асылыкүлдә - таҙа яр!

Асылыкүлдә - таҙа яр! 30.06.2016

Бөгөн тәбиғәт паркында үткән экологик акция шулай аталды. Республикабыҙҙың иң ҙур күленең таҙалығын һаҡлап ҡалыуға, һыу инеү урындарын тәртипкә килтереүгә йүнәлтелгән.

“Асылыкүл” тәбиғәт паркында йыл һайын меңәрләп кеше ял итә.  Хозур тәбиғәт биләмәһе үкенескә, йыш ҡына тәмәке төпсөктәре, пластик һәм быяла шешәләр өйөмөнә әйләнә. Туристар ағымы көсәйгән саҡта “Бергә яҡшыраҡ!”  лагерында ял итеүсе балалар ярҙамға килә. Ун көнлөк лагерь сиктәрендә ирекмәндәр яр буйҙарын өс тапҡыр таҙарта.

Әлеге көндә бында 20 бала ял итә һәм ,,Асылыкүл"дең тәбиғәте өсөн файҙалы эш башҡара. Ярҙарҙы сүптән таҙартыусылар араһында  Анастасия Лейнингер ҙа бар. Ул “Орбита” үҫмерҙәр клубында шөғөлләнә.

Тәбиғәт ҡосағындағы лагерҙа  ял ойошторолоуы үҫмерҙәргә экологик тәрбиә биреп кенә ҡалмай, үҙаллыҡҡа ла өйрәтә. Киләсәк быуындың илһөйәр, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашлы булып үҫеүенә өмөтөбөҙ ҙур, ти “Асылыкүл” тәбиғәт паркының өлкән инспекторы Ғәбделхай Минекәй ҙә.

10 йыл дауамында “Йәшел Яр” төбәк йәмәғәт ойошмаһы Асылыкүл буйын сүп-сарҙан таҙартыу маҡсатында ойошторолған экологик өмәләргә мәктәп балаларын йәлеп итә.

Ял үҙәгендә малай-ҡыҙҙарға ҡотҡарыусылар һыу эргәһендә, тәбиғәт ҡосағында булыуҙың хәүефһеҙлек саралары тураһында ла өйрәтә, профилактик фекер алышыуҙар уҙғара. "Бергә яҡшыраҡ!" лагеренда палаткаларҙа йәшәп, экологик өмәләрҙә ихлас ҡатнашҡан балалар смартфондарынан арына, рәхәтләнеп ял итеп, киләһе уҡыу йылына көс туплай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика