Асылыкүл илдең иң яҡшы ял итеү урыны исемлегенә ингән

Асылыкүл илдең иң яҡшы ял итеү урыны исемлегенә ингән 22.05.2017

Турстат порталы әҙерләгән рейтингта республиканың иң ҙур күле етенсе тора. Беренселә - Байкал, артабан Ладога һәм Онега күлдәре килә. Асылыкүл - тәбиғәт паркы статусына эйә. Бында үҙенсәлекле экологик система һаҡлана.

Төбәкте үҫтереү буйынса 5 йылға иҫәпләнгән «юл картаһы» ла әҙерләнә. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ошо көндәрҙә күлде таҙалау буйынса өмә ойошторҙо. Акцияға урындағы халыҡ ихлас ҡушылды. Асылыкүлдең ярҙары ғына түгел, һыу төбө лә таҙартылды.
Асылыкүл - тоҙло булыуы менән дә үҙенсәлекле. Урында серәкәйҙәр юҡ, һыу ятҡылығы балыҡҡа ла бай. Эргә-тирәләге үҫемлектәр, тере йән эйәләре «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән. Меңдәрсә туристарҙы йәлеп иткән ял урыны яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж. Экологик өмәләр ойоштороу ғына  хәлдән генә ҡурсалай алмай. Шуға иҫкәртеүсе билдәләр ҙә урынлаштырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика