Ҡартаямы ни һуң йөрәк? 12.01.2016

Өфөләге Ҡарттар һәм инвалидтар йортонда былтыр биш пар өйләнешкән. Ауыр яҙмыш һынауын бергәләп күтәреү еңелерәк, тиҙәр оло йәштәгеләр. Өлкәндәр араһында үҙенә иш таба алмағандары ла бар.

Гөлнур Нәсим ҡыҙы менән Рафиҡ Зәкиулла улы ҡарттар йортонда күптәнән ғүмер итә. Икеһе лә ауыр сирле.  Яңауыл районынан Өфөгә күсерелгәс яҡташтар бергә булырға ҡарар итә.Өйләнешкәндәренә лә биш йыл да үтеп киткән. Бер береһенә терәк булып йәшәйҙәр.
Социаль приютта 235 кеше йәшәй.Бөтәһе лә ауыр яҙмышлы. Тыумыштан сирле, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр байтаҡ.  Йәшел йылан менән саманан тыш дуҫлашып  урамда тороп  ҡалғандар ҙа бар. Бәғерһеҙ балалары килтереп тапшырғандарҙы ла  яҡындарын юғалтып яңғыҙ ҡалғандарҙы ла  берләштерә был ҡыйыҡ. Тормош үҙ яйы менән аға,үҙенә йәшәү урыны тапҡандар  ишһеҙ ғүмер итеүҙе өнәмәй.  Ҡартар йортонда бөтәһе ун ике ғаилә барлыҡҡа килгән. Уҙған йыл  биш пар өйләнешкән.
Валерий Ҡорамшин, ҡарттар һәм инвалидтар йорто директоры: «Бында йәшәүселәр өйләнергә теләһә тейешле докменттарын әҙерләп, уларҙы  ЗАГС-ҡа алып барабыҙ. Кәрәк булһа  белгестәрҙе бында саҡырып та никах теркәтәбеҙ. Һәр ғаиләгә айырым бүлмә бүлеп бирәбеҙ».
Ҡырмыҫҡалы районындағы социаль приюттан күсерелгән Илдар менән Светлана ла, ниһайәт, ноябрҙә туй яһаған. Ғаилә байрамына туғандары ла килгән. Баш ҡалалығы йәшәү урыны менән ҡәнәғәт, шарттар ҙа яҡшыраҡ,  тиҙәр.
Илдар Усманов,  ҡарттар һәм инвалидтар йортонда йәшәүсе: «Матур бүлмәгә урынлаштырҙылар.Өйләнешергә күптән хыяллана инек. Беҙ бер- беребеҙҙе  күптән оҡшаттыҡ».
Миңлеғәле Миңлеәхмәт улы ғына үҙенә пар таба алмай.  Йәшләй алған ҡатыны баҡыйлыҡҡа күскән. Бүлмәһе бөхтә.Дини китаптар уҡый. Уны бында мулла тип тә йөрөтәләр. Быйыл хажға барып ҡайтырға ниәтләгән. Матур кейенергә ярата. Пенсияһы ла етерлек. 57 йәшлек уҙаман үҙенә иш  булырҙай тормош иптәше эҙләй. Бындағы ғаиләләрҙең   үҙ ҡыҙыҡһыныуҙары.Уларға балалар үҫтерәһе,үҙ мөйөшөн булдыраһы  түгел. Яҙмыштан  уҙа алмаһалар ҙа, парлап  ғүмер итеүҙән йәм табып киләһе көнгә өмөтләнеп йәшәйҙәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика