Архангел районының Абҙан ауылы Инйәр йылғаһында урынлашҡан

Архангел районының Абҙан ауылы Инйәр йылғаһында урынлашҡан 14.12.2015

Ауылда төпләнеүсе ғаиләләр кемуҙарҙан ҡош-ҡорт аҫрай. Көндәр бер аҙ һыуытып, ергә ҡар ятыу менән ауылда ҡаҙ өмәләре башлана.

Тәслимә Рәхимова утыҙ йылдан ашыу Стәрлетамаҡ ҡалаһында төҙөүсе булып эшләгән. Ғүмере буйы тыуған ауылына ҡайтып донъя ҡорорға, ата-бабалар шөғөлөн дауам итеү тураһында хыялланған. Биш йыл элек Тәслимә Рәхимованың изге ниәте тормошҡа аша. Ул ошо нигеҙҙә йорт һалып, ҡош-ҡорт аҫрап, бала-сағаларына, туғандарына терәк булып тормош көтә.

Һуйылған ҡаҙҙарҙың мамығы яҡшы йолҡолһон өсөн заман технологияларын ҡулланалар. Уртаса ҡалынлыҡтағы сепрәкте еүешләп ҡаҙҙы үтекләп бешекләйҙәр. Тилбер ҡуллы, уңған хужабикәләр бер ҡаҙҙы ун-ун биш минут эсендә йолҡа.

Тәслимә Рәхимованың йортонда йыл һайын ике тиҫтәнән ашыу ҡаҙ һимертелә. Уңған еңгәйҙәр  ҡаҙҙың бер генә өлөшөн дә әрәм итмәй. Итенә өҫтәп,тәпәйҙәре,эслеге, мамығы эшкәртелә.

Тәслимә Рәхимова һимертеү өсөн махсус рәүештә линда тоҡомло ҡаҙҙарҙы һайлай. Уларҙың  ауырлығы уртаса биш-алты килограмм самаһы. Йәйҙән алып ҡара көҙгә тиклем һимертелгән ҡаҙҙарҙың мамығы ла еңел йолҡола.

Йола буйынса ҡаҙ мамығын баҫыусы ҡатынға ишле балалар теләйҙәр.  Мендәрҙәр йомшаҡ һәм ҡабарып торһон өсөн мамыҡҡа һыҙырылған ҡанаттарҙы ла өҫтәйҙәр. Ҡаҙҙарҙы Инйәргә сайҡатырға төшкәндә һыҙырылған ҡанаттарҙы йәш үҫмер ҡыҙҙар юл буйлап һибеп бара. Шулай иткәндә ,ҡаҙҙар киләһе йыл да ла уңа тигән һынамыш йәшәй.

Абҙан ауыл хакимиәте биләмәһе етәксеһе ҡамытын яңы ғына кейгән Динара Хәсәнова ауылдарҙа айыҡ өмәләр үткәреүсе,етеш тормош алып барыусы уңған ғаиләләргә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.

Ҡаҙ өмәһе тамам. Өмәлә ихлас ярҙам күрһәтеүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм ир-егеттәрҙе йомарт хужабикә бер юлы ике ҡаҙ менән һыйлаясаҡ.Ә ҡаҙҙы өлөштәргә бүлеү ҡустыһы Рауил  Шәрәфетдиновҡа ышанып тапшырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку