Ҡариҙелдәр һыу үткәргес торбаларын яңыртыу яҡлы

Ҡариҙелдәр һыу үткәргес торбаларын яңыртыу яҡлы 21.02.2017

«Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» республика программаһында былтыр райондың 14 ауылы ҡатнаша, бар проекттар ҙа еңеп сыға. Май айында башланасаҡ төҙөкләндереү эштәре төбәктә һыу проблемаһын тулыһынса хәл итәсәк.

Байҡы ауылынан Рәис Хөбөтдинов ҡалалағы кеүек рәхәтлектә йәшәүенә ҡыуана. Колонканан һыу ташыу күптән онотолған, йорт эсендә бар уңайлыҡтар булдырылған. Шулай ҙа урындағы һыу үткәргес торбаларҙың иҫкереүе сәбәпле, йәйгеһен авариялар йыш күҙәтелә. «Өйҙә яртышар көн һыу булмай аптырата»,-ти уҙаман.
Байҡыла меңдән ашыу кеше йәшәй. Рәис менән Рәйсә Хөбөтдиновтар ауылдаштарының берҙәм һәм татыу булыуын билдәләй. Халыҡ проблемаларҙы бергәләп хәл итергә күнеккән. Бының өсөн ауыл мәҙәниәт йортонда йыш ҡына йыйылыштар уҙғарыла. Былтыр ошондай осрашыуҙарҙың береһендә 4 саҡрым оҙонлоҡтағы һыу торбаларын яңыртыу мәсьәләһе күтәрелә. Һуңғы йылдарҙа ул йыш эшлектән сыға башлай. Ремонт эштәрен башҡарыуҙың фәтеүәһе юҡ тиергә лә мөмкин.
Байҡыла йәшәүселәр иҫке торбаларҙы алмаштырыу яҡлы. Бының өсөн һәр йорттан меңәр һум аҡса йыйыла. Изге эшкә район хакимиәте лә ҡушыла. Бағыусылар табыла. «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһына ярашлы, республика бюджетынан да ярайһы уҡ финанс ярҙам килә. Төҙөкләндереү эштәре яҙ башланыр тип көтөлә.
2016 йылда «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһында Ҡариҙел районының 14 ауылы ҡатнаша. Иң ҡыуаныслыһы, бар инициативалар ҙа тормошҡа ашырыласаҡ. Төбәктә һыу үткәргес торбаларын һалыуҙан тыш, балалар уйын майҙансыҡтарын урынлаштырыу, янғын һүндереү техникаһының гаражын ремонтлау бурысы ҡуйылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика