Ҡариҙел районының Александровка ауылында ике кешенең ғүмере өҙөлгән

Ҡариҙел районының Александровка ауылында ике кешенең ғүмере өҙөлгән 11.12.2015

Тағы ла бер кешегә медицина ярҙамы талап ителгән.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса улар туңмай торған шыйыҡсанан ағыуланған. 53 йәшлек ирҙең һәм уның менән бергә йәшәгән 45 йәшлек ҡатындың кәүҙәләре ауылдағы йорттарҙың береһендә табылған. Бынан тыш, эргәләге ташландыҡ бинала уларҙың иҫен юғалтҡан шешәләше ятҡан. Ул Өфөнән пилорамала эшләү өсөн килгән булған. Әле мәрхүмдәрҙең кәүҙәләре экспертизаға оҙатылған.  
Баймаҡ районың Күлтабан ауылында ла спирттан оло йәштәге ир менән ҡатын ағыуланып һәләк булған. Улар кисә 45 йәшлек улдары менән шешәне бушатҡас йоҡларға ята. Әммә бөгөн иртән пенсионерҙарҙың вафат булыуы асыҡлана. Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, спиртлы эсемлекте улар ауылда йәшәгән кешенән һатып ала. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика