Ҡариҙел районында боҙ кисеүе асылды

Ҡариҙел районында боҙ кисеүе асылды 09.12.2014

Райондың Ҡариҙел йылғаһы буйында урынлашҡан күп кенә ауылдарында йәшәүселәр күперһеҙ интегә. Шуға ла урындағы халыҡ ҡыш йылға аша  боҙ өҫтөнән сығырға, ә йәйгеһен ваҡытлыса күпер һалырға мәжбүр.

Боҙ ныҡлап туңып, ҡалынайһың өсөн ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы  хеҙмәткәрҙәре көн һайын һыу һибеп торған. Боҙ ҡатламы ҡалынайған һайын, хәүеф кәмей, ҡурҡмай йөрөүгә ышаныс та арта.  
Ҡариҙел йылғаһы буйында тиҫтәләп ауыл  урынлашҡан. Боҙ өҫтөнән  100-гә яҡын машина үтә. Ләкин ярҙың икенсе яғына эләгер өсөн автоһәүәҫкәргә 35 һумдан 80 һумға тиклем аҡса түләргә тура килә.
Боҙ кисеүе аша көнөнә бер нисә тапҡыр үткән ауыл халҡы өсөн был кеҫәгә һуға. Шуға ла ҡайһы бер төпкөл ауылда йәшәүселәр хаҡты бер ни тиклем  төшөрөүгә ирешкән.
Ауылда күпер һалыу өсөн әле проект әҙерләнә. Урындағы халыҡ объектты түҙемһеҙләнеп көтә.
Боҙ кисеүендә барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре лә үтәлгән. Машиналар һәм йәйәүлеләр өсөн айырым юл эшләнгән.
Боҙ кисеүе аша йөрөү  декабрҙән апрель уртаһына тиклем рөхсәт ителә. Боҙ тулыһынса китеп бөткәс, ошо күпер тергеҙелә. Ләкин уның аша үтеүе лә түләүле буласаҡ.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку