Ҡара сәй әҙерләү серҙәре

Ҡара сәй әҙерләү серҙәре 04.09.2015

Бөрйән районының башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының 85 йыллығы уңайынан хеҙмәткәрҙәр беҙҙең ерлеккә хас милли сәй әҙерләү ысулдары менән бүлеште.

Милли ҡара сәй әҙерләү беҙҙең ерлектә борондан һаҡланған. Бының өсөн үлән  махсус һайлана. Ете төрлө сәскә-япраҡ үҙ ваҡытында йыйып алынып быҡтырыла. Иң ҡыҙығы сәй япраҡтары ферментацияһы. Йә иһә йәшел сәйҙең ҡараға әйләнеүе.
Күптәр ҡара сәй тик Бөйөк Британия һәм Һиндостан илдәрендә генә етештерелә тип иҫәпләй. Ә ысында иһә ул тотош донъяға таралған. Шул иҫәптән Башҡортостанда ла. Сәй әҙерләү өсөн сеймал ҡурсаулыҡ биләмәһе эргәһендә йыйыла. Сөнки тәбиғәт паркында ниндәй ҙә булһа хужалыҡ эштәрен алып барыу ҡәтғи тыйылған.
Тик был осраҡта ғына һирәк үҫемлектәр, хайуандарҙы һаҡларға мөмкин. Әйткәндәй, ҡурсаулыҡта Көньяҡ Уралда киң таралған маралдар аҫрала.
Николай Гординюк, биология фәндәре докторы, профессор: «Ҡыҙыл китап» ул ғөмүмән формаллек. Хайуан-үҫемлектәр баҫмаға индерелгәнлектән генә ҡотҡарылмай. Беҙ үҙебеҙ быға булышлыҡ итергә тейешбеҙ. Мәҫәлән, мин Мәһәҙи баҫыуы аша үткәндә йөҙләп торна күрҙем... тәүҙә уларҙы һарыҡ көтөүе тип уйлағайным. Ҡыҙғанысҡа, хәҙер һоро торналар «Ҡыҙыл китап»та».
Ҡырағай тәбиғәттә маралдарҙы күреү үҙе бер бәхет. Тик ҡыҙғанысҡа, боландарҙы аулау әле лә тынмай. Әле ҡурсаулыҡта уларға хәүеф янамай. Сөнки маралдар ғалимдарҙың етди күҙәтеүе аҫтында аҫрала.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку