Ҡалаларҙың архитектура ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалыу муниципаль берәмлектең генә түгел, ҡала халҡының да бурысы

Ҡалаларҙың архитектура ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалыу муниципаль берәмлектең генә түгел, ҡала халҡының да бурысы 17.04.2015

Ошондай миҫалдарҙың береһе Өфөлә йәшәүсе Анатолий Федоров. Уҙаман 1913 йылда төҙөлгән йортта йәшәй. Бинаның иҫкереп юҡҡа сығыуын көтөп ултырмай, ир унда төҙөкләндереү эштәре башлай.

Совет осоронда был түшәмдәрҙәге һындар юҡҡа сығарыла. Ләкин Федоровтар ғаиләһендә өйҙәренә йәм  өҫтәү һәм боронғолоҡ рухы индереү өсөн уларҙы кире тергеҙергә тигән ниәт уяна. Анатолий Вилович ең һыҙғанып эш башлай. Кәрәкле материалдар табып  түшәмдәге экспозицияларҙы әүәләй башлай.  
Анатолий Федоров архитектор булмаһа ла, түшәмдә һындарҙы тергеҙеү барышында был һөнәрҙең күп нескәлектәренә өйәрәнә. Рәсемдәрҙең симметрик ҡоролошон да һаҡлап алып ҡалырға тырыша. Совет осронда күп һындар юҡҡа сығарылһа ла, бер бүлмәлә боронғо ижад емештәре һаҡланып ҡала.
Анатолий Федоров, Өфө ҡалаһында йәшәүсе: «Заманса йорттарҙа түшәмдәр бейек түгел, ә  был фатирҙа уларҙың бейеклеге 3 метрҙан ашыу. Әле эштәр күп, түшәмдәрҙә ваҡ етешһеҙлектәр ҡалған. Шуларҙы бөтөрөргә кәрәк. Төҙөкләндереүҙә миңә яҡындарым ҙур ярҙам күрһәтте. Бар эштәргә 5 ай ваҡыт китте. Фатирҙа боронғо стильде һаҡлап алып ҡаласаҡмын».
Баш ҡаланың Зенцов урамындағы был архитектура ҡомартҡыһының үҙ тарихы ла бар. Йортта йәшәүселәр әйтеүенсә, ҡасандыр бинаға снаряд та эләккән. Шуға ла уның бер яҡ өлөшө аҡ кирбестәр менән кире тергеҙелгән.
Бында ҡасандыр ҙур тимер ҡапҡалар була. Ләкин 60-сы йылдарҙа, йорт ултырғанлыҡтан, улар ябылмай башлай һәм алына. Анатолий Вилович әйтеүенсә хәҙер был урында аҙна һайын туй фотосессиялары ойошторола.
Бина борон сауҙагәр Савельевтыҡы була. Йортто төҙөүҙән быуатҡа яҡын ваҡыт үтһә лә, тышҡы яҡтан ул өр-яңыға оҡшаған. Ә элекке стилдә башҡарылған архитектура үҙенсәлеге менән айырылып тора.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку