Ҡала уртаһында ҡалдыҡтар полигоны

Ҡала уртаһында ҡалдыҡтар полигоны 10.09.2014

Черниковка биҫтәһенең Тыныслыҡ урамы халҡы сүп-сар өйөмөндә йәшәргә мәжбүр. Ҡый-ҡыпырҙы ихатала йәшәүселәр түгел, ә коммуналь хеҙмәтләндереүсе ойошма үҙе үк өйә. Улар ҡалдыҡтарҙы ситкә сығарыр урынға һүтелгән йорттоң нигеҙенә түгә башлаған.  

Тыныслыҡ һәм Максим Горький урамдары киҫелешендәге ихата әкиәттәге кеүек. Ләкин матурлыҡ һәм изгелек батшалығын түгел, ә мәскәй әбей донъяһын хәтерләтә. Тирә йүндә күккә ашҡан тирәктәр, емерек йорттар һәм һарайҙар, таушалып бөткән юлдар. Ә ихата уртаһында инде убырлы ҡарсыҡтың  йорто тора. Дөрөҫ, бина быйыл яҙ һүтелгән. Әммә, яуызлыҡтың нигеҙе ҡалған. Һәм был яманлыҡ тағы ла баш ҡалҡытып маташа.
Ҡараңғылыҡ батшалығына яҡтылыҡ нуры ла төшкәне юҡ. Яһалма яҡтыртҡыстар бөтөнләй урынлаштырылмаған, ә тәбиғи нурҙар сәселер ине күккә ашҡан тирәктәр ҡамасаулай. Тап ошо ағастар бында йәшәүселәрҙе ыҙалата ла инде. Йылдар дауамында ҡырҡылмаған тирәктәр йорттарҙың ҡыйығына ла ауа башлаған, халыҡтың ҡорос  аттарына зыян килтергән саҡтары ла булған. Йәй көнө ихатала йәшәүе бөтөнләй ҡурҡыныс, ти кешеләр.
Дөрөҫ, был батшалыҡты ер йөҙөнән юҡ итеү ҡарары күптән сығарылған. Бәлки шуғалыр ҙа хеҙмәтләндереүсе ойошмалар халыҡтың аһ-зарына ҡолаҡ һалмай. Йәнәһе лә, йорттар барыбер һүтеләсәк. Әммә , ихатала йәшәүселәр тап бөгөн йәшәгән ерҙәрендә таҙа һәм тәртип урынлашыуын теләй. Ярай ҙа был батшалыҡта был мәхшәрҙе юҡҡа сығарырға ярҙам итеүсе батыр табылды.
Ихата халҡының бысраҡлыҡтан азат ителеренә ышанырға ғына ҡала. Әкиәттә лә бит изгелек яуызлыҡты һәр ваҡыт еңә.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку