Ҡала урамдарында умырзаялар ҡалҡып сыҡты

Ҡала урамдарында умырзаялар ҡалҡып сыҡты 12.01.2016

Юҡ әлегә  сәскәләр түгел, бары  ҡар аҫтынан ҡалған автомобилдәр. Йыш ҡына улар ихата һәм юлдарҙы таҙартыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.

Юл ситенән  штраф туҡталҡаһына. Махсус рейдтты хәтерләтһә лә был ни бары сараһыҙлыҡтан ғына. Торлаҡ коммуналь хужалыҡ  хеҙмәткәрҙәре урамды ҡарҙан, юл ситен ҡарауһыҙ ҡалған автомобилдәрҙән таҙарта.
Ҡышҡы умырзаяларға һәр ихатала тиерлек юлығырға мөмкин. Ҡар аҫтында ҡалған машиналар юлдарҙы таҙартыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Тейешһеҙ урында ҡалдырылған автомобилдәр шундуҡ штраф туҡталҡаһына оҙатыла. Ҡағиҙә боҙолмаған , ләкин коммуналь хеҙмәттәргә ҡамасаулаған  ҡорос аттарҙы күсереп торорға тура килә. Автоһәүәҫкәрҙәр бының менән дә килешмәй.
Йорт янындағы биләмәләрҙе таҙартыу ҡағиҙәләренә ярашлы  водителдәр алдан иҫкәртелә, дөйөм ҡулланыштағы юлдарҙа эштәр башҡарылғанда сигнализация ярҙамға килә. Хужаһы табылмаған осраҡта автомобилде күсереү хоҡуғыбыҙ бар тип белдерә коммуналь хеҙмәткәрҙәр. Көтөлмәгән хәлдә ҡалмаҫ өсөн, юлдарҙы таҙартыу пландары менән танышып торорға кәңәш итә улар. Мәғлүмәт баш ҡала  райондары хакимиәттәренең рәсми сайттарында урынлаштырылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика