Ҡала шарттарында йәшеллекте һаҡлап ҡалыу

Ҡала шарттарында йәшеллекте һаҡлап ҡалыу 16.07.2014

Бөгөн республика баҡсасылары сит ил белгестәре менән осрашты. Тәжрибә уртаҡлашыу өсөн ойошторолған сарала күрше төбәктәрҙән индерелгән үҫентеләрҙе Башҡортостан ерлегенә яраштырыу мәсьәләләре тураһында һүҙ барҙы. Германиянан килгән баҡсасылар Иглин районында булды.

Менәүәрә Ғаяз ҡыҙы баҡса үҙәгендә асылған көнөнән алып, йәғни өсөнсө йыл эшләй. Бында сит илдән килтерелгән үҫентеләр тәрбиәләнә. Уларҙың һәр береһе айырым ҡараш, иғтибар талап итә, тип бүлешә ханым. Берәүҙәре ҡояш нурҙарын яратһа, икенселәре күләгәлә яҡшы үҫә. Польша раузалары, магнолиялар, лилиәләр. Башҡортостан баҡса үҙәгендә Германия һәм Польшанан индерелгән үҫемлектәрҙе күрергә мөмкин. Декоратив сәскәләргә көнөнә ике тапҡыр һыу һибәләр. Махсус ҡоролма ярҙамында айырыуса дым яратҡан үҫемлектәр һәм ағас төптәренә һыу тәүлек әйләнәһенә ебәрелә. Баҡсалағы үҙенсәлекле үҫентеләрҙең береһе ул гортензия. Ҡыуаҡлыҡ Германиянан индерелгән. Ул өс ай дауамында шау сәскәгә күмелеп ултыра. Гортензия ҡышҡы һалҡындарҙы яҡшы кисерә, әммә ҡоролоҡто яратмай. Германиянан килгән белгес ағастарҙы дөрөҫ тәрбиәләү серҙәренә өйрәтте. Агроном йәш алмағастар ботаҡтарын даими рәүештә киҫеп торорға кәңәш итә. Германия баҡсасылары айырыуса ҡышҡы һалҡындарға бирешмәүсе үҫемлектәр менән ҡыҙыҡһынды. Герхард Хепфнер, баҡса үҙәге белгесе /Германия/: «Беҙҙең баҡса үҙәге 120 йылдан ашыу эшләй. Шуға күрә был өлкәлә тәжрибә ҙур, тип әйтә алам. Сит илдән индерелгән үҫемлектәрҙе ҡарау буйынса кәңәштәр бирергә, үҙебеҙ өсөн дә яңылыҡ алырға килдек. Ниәтебеҙ - ҡала шарттарында йәшеллекте һаҡлап ҡалыу серҙәренә төшөндөрөү». Әле Иглин районы баҡсаһында төрлө төбәктәрҙән килтерелгән йөҙ төрҙән ашыу үҫенте иҫәпләнә. Уларҙың һаны йылдан-йыл арта. Шуға күрә питомник етәкселеге киләсәктә баҡса майҙанын ҙурайтырға ниәтләй. Башҡортостанда декоратив үҫемлектәрҙе тәрбиәләү сағыштырмаса яңы күренеш. Шуға ҡарамаҫтан, был өлкәгә ихтыяж ҙур. Киләсәктә Иглин баҡсасылары тупланған тәжрибәһе менән Рәсәй баҙарына ла сығырға ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика