Ғафури районының Яугилде ауылы халҡы оло ҡыуаныс кисерҙе- төбәктә яңы мәсет асылды

Ғафури  районының Яугилде ауылы халҡы оло ҡыуаныс кисерҙе- төбәктә яңы мәсет асылды 25.08.2014

Тантанала Өфөнән, яҡын-тирәләге райондарҙан дин әһелдәре,  ҡунаҡтар ҡатнашты.

Кеше үҙенең тыуған ауылын яратмай тороп, бар донъяны ярата алмай. Ундай тойғо Ғафури районының Яугилде ауылы халҡын бер ҡорға туплаусы Ниязбай Булатбай улында ла бар. Бәхетленең ҡунағы бергә, тиҙәр бит. Яугилделәр был көнгә дүрт йыл буйы әҙерек эштәре алып барған. Мәртәбәле сараға халыҡ бар тарафтарҙан да талпынып килгән. Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары  Айнур хәҙрәт Арыҫлановтың иманға саҡырған тәбрикләү һүҙҙәре олоһоноң да, кесеһенең дә ткүңеленә хуш килде.
Һәр кем иман йорто заманса булһын өсөн үҙ өлөшөн индерергә ынтылған.  Ауыл уртаһында ҡалҡып сыҡҡан мәсет асылыуға Ниязбай Булатбай улы рухи көсөн дә, ойоштороу һәләтен дә йәлләмәгән.
Милләтте раҫлар һәм күтәрер мөһим нәмә - аҡыл һәм ҡул хеҙмәте. Яугилделәр иһә хеҙмәт тәрбиәһе алып, телен дә моңон да, рухын да һаҡлай алған.Башҡорт ҡатын- ҡыҙҙар йәмғиәте  рәйесе, профессор Розалия Солтангәрәеваның сығышы  мәртәбәле байрамға яңы биҙәк өҫтәне.
Байрамдың тантаналы өлөшөндә төҙөлөшкә  ҙур өлөш индергән шәхестәр маҡтап телгә алынды. Биҙәү эштәрен Зөлфиә Ғәлина, электр сымдарын һуҙыуҙы Рәзил Зәйнуллин юғары оҫталыҡ менән башҡарған. Красноусол ҡасабаһында йәшәүсе эшҡыуар Солтанморатовтар, Ханты-Мансы автономиялы округының Нижневартовск ҡалаһында йәшәүсе Шәмсетдиновтар байрамға мул бүләктәр менән ҡайтҡан. Мәртәбәле ҡунаҡтар сығышынан һуң ошо ауылға нигеҙ һалған Самыш батыр исеменә асылған мәсет үҙенең тәүге ҡунаҡтарын ҡабул итте. Аҙан тауыштары яңғырыны. Аллаһының барлығын, берлеген таныған олоһо ла, кесеһе лә намаҙ уҡыны. Ҡолош буйҙарын йәмләгән байрамдың икесе өлөшө  мәктәп  ихатаһында  дауам итте.Тырыш, сәмсел яугилделәр әрүәхтар рухына арнап салынған ҡорбан  ашынан ауыҙ  итте, уңған еңгәйҙәр бешергән ниғмәттәрҙән һыйланды. Ауыл халҡы артистарҙың сығышын ҡарап, үҙенә рухи көс, дәрт алды.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку