Ғафури районының иң төпкөл Толпар ауылын белмәгән кеше юҡтыр 25.09.2016

Хозур тәбиғәте менән ул меңдәр күңелен йәлеп итә. Йәй көнө был ауылды төпкөл тип әйтергә тел дә әйләнмәй. Әйтерһең дә, бар халыҡ шунда эйәләшә. Етәксеһе лә, түрәһе лә, ярлыһы һәм  байы ла... Ҡалын кеҫәле күптәр был ауылда үҙ йорттарын төҙөй, хатта урындағыларҙы ҡыҫырыҡлап. Әммә ауыл халҡын борсоған мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙамлашырлыҡ, кәрәк ерҙә  һүҙ генә әйтеп ебәрерлек кешеләр юҡ. Толпар ауылы халҡы юл йөрөрлөк автобусһыҙ интегә. Транспорт йөрөй ул, әммә ныҡ таушалған, ундай автобус менән балаларҙы мәктәпкә йөрөтөргә лә хәүефле, ти улар.

Республиканың иң төпкөл ауылы - Толпарҙа йәшәүселәр автобусһыҙ интегә. Ярҙам һорап улар Башҡортостан башлығына мөрәжәғәт иткән. Әлеге ваҡытта
урындағы балалар ҙа Ғафури районы үҙәгенә йөрөп уҡырға мәжбүр. Закон   нигеҙендә мәктәп автобустары уҡыусыларҙы 20 километрға тиклем араға ғына йөрөтә ала, шуға күрә улар рейс автобусында йөрөп уҡый. Әммә был автобустың техник торошо Толпар ауылы халҡында ҙур һорауҙар тыуҙыра.
Автобус двигателен ҡабыҙыу өсөн Рәмил Уйылдановҡа көн дә тиерлек байтаҡ көс түгергә тура килә. Сөнки иҫке техника юлда йыш ватыла, уны ремонтлау өсөн запас-частәр етешмәй. Шуға ҡарамаҫтан водитель ҡул ҡаушырып ултырырға күнекмәгән. Әле лә ул үҙенең бар оҫталығын һалып транспорт сараһын төҙөкләндереү менән мәшғүл. Әммә был донъяла һәр нәмәнең сиге була, ти тәжрибәле водитель.
Әлбиттә, водителде аңлауы ҡыйын түгел. Сөнки ул йөрөткән автобус Толпар ауылын район үҙәге менән тоташтырған берҙән-бер транспорт сараһы һанала. Рейсҡа сыға алмаған осраҡтар ҙа булғылай. Айырыуса ҡышҡы һыуыҡтар оло мәшәҡәттәр тыуҙыра. Етмәһә, һуңғы йылдарҙа мәктәп уҡыусылары ла был автобус менән күпләп йөрөй башлаған. Ауылда мәктәп ябылғас улар 60 саҡрым алыҫлыҡтағы Красноусол башҡорт гимназия-интернатына йөрөп уҡырға мәжбүр.
Ваҡытында Толпар ауылының барлыҡ балалары ла ошо мәктәптә уҡый. Әммә заман еле был белем йортона ла ҡағылмай ҡалмай. Уҡыусыларҙың йылдан-йыл кәмей барыуын иҫәпкә алып ике йыл элек бында башланғыс синыфтар ғына ҡалдырыла. Әммә алтаҡта буйынса белем усағы һаман да урта мәктәп һанала.  
Былтыр ҡыш 30 градус һыуыҡта әлеге лә баяғы автобус тауҙар араһында ҡыйрап ултырған. Элемтә булмау сәбәпле, пассажирҙар бер кемгә лә хәбәр итә алмаған. Һуңынан кешеләрҙең күбеһе ауырып ятҡан. Бындай хәлдәр даими ҡатаблана, ти Толпар ауылында йәшәүселәр. Хатта автобустың юлдан төшөп киткән осраҡтары ла теркәлгән.  
Әлеге ваҡытта Толпарҙан ғына гимназияла 30-ға яҡын бала уҡый, ошо уҡ автобус менән күрше Мәндем ауылынан да ундан ашыу бала йөрөй. Улар өсөн гимназия-интернатта тейешле шарттар тыуҙырылған-тыуҙырылыуын. Шуға ҡарамаҫтан балаларҙың аҙна һайын ата-әсәләрен күргеләре килә. Әммә уҡытыусылар уларҙы үҙҙәрен генә ҡайтарыуҙан баш тарта.  
«Башавтотранс» компанияһы вәкилдәре был автобуста күбәрәк балалар  йөрөүөнә әллә ни әһәмиәт биреп тормай, күрәһең. Сөнки улар әлеге автобус пассажирҙар өсөн бер ниндәй ҙә хәүеф тыуҙырмай тигән ҡарашта. Ватылған осраҡта ла етешһеҙлектәр шунда уҡ иҫкәртелә. Бәлки киләсәктә яңы автобус та һатып алыныр. Әммә был һорау тиҙ арала ғына хәл ителә торғандарҙан түгел. Сөнки төпкөл ауылға мотлаҡ рәүештә юлъярғыс автобус кәрәк.  Бындай вездеходты республиканың мәғариф министрлығы һатып алырға йыйына. Ләкин улар өсөн дә тейешле документтар талап ителә.  
Боҙ урынанан ҡуҙғалғансы Толпар ауылында йәшәүселәргә артабан да иҫке автобуста  йөрөргә тура киләсәк. Хәйер, улар оҙаҡҡа түҙгәнде әҙерәк көтөргә лә риза. Әммә бының өсөн бар ышаныс ауылдағы берҙән-бер автобус водителе иңенә ята. Тап уның оҫталығы менән Толпарҙар бер ниндәй михнәттәрһеҙ  район үҙәгенә барып етергә өмөт итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика