Афған һуғышы тамамланыуға 25 йыл тулыу айҡанлы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға юбилей миҙалдары тапшырыла

Афған һуғышы тамамланыуға 25 йыл тулыу айҡанлы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға юбилей миҙалдары тапшырыла 12.09.2014

Бөгөн Өфөнөң 5-се лицейында үткән тантаналы сарала баш ҡаланың Киров  районында йәшәүсе яугир-интернационалистар  тәбрикләнде.

Баш ҡаланың 5-се лицейы уҡыусылары йырындағы «онотма» тигән һүҙҙәр залда йыйылған йәш быуынды ил  тыныслығы өсөн башын  һалғандарҙы хәтерләргә саҡырһа, алдағы рәттәрҙә ултырыусы яугир-интернационалистарҙы тағы ла сирек быуат элек булған ваҡиғаларға алып ҡайтты.    
Һалдаттарҙы  фильмдарҙа  күреп белгән уҡыусылар яугир-интернационалистарға береһен-береһе бүлдереп һорауҙар яуҙырҙы. Үлем менән күҙмә күҙ осрашып тыуған еренә әйләнеп ҡайтҡандар балаларға  тыныс тормошта йәшәүҙең ни тиклем оло  бәхет икәнлеген  һөйләне.  
Һуғыш эҙһеҙ үтмәй. Совет Армияһы сафтарына алынып, ошо һуғыш ғәрәсәтенә эләккән йәш егеттәрҙең инде сәстәренә сал төшкән. Йылдар үтеү менән ут эсендә алған яралар үҙен тағы ла нығыраҡ һиҙҙерә. Әммә бер кем дә зарланмай. Дәүләкән районы Исмәғил  ауылы егете Ирек Әминев хәрби хеҙмәтен 1981 йылда Алыҫ Көнсығышта башлай. Автомат, пистолеттар төҙөкләндерергә өйрәнеп алған егет шул ҡоралдарҙы тотоп һуғышырмын тип башына ла килтермәгән. Өс йылдан һуң тыуған еренә әйләнеп ҡайтҡан яугир нефть эшкәртеү заводында, унан тимер юлында эшләгән. Өс бала атаһы.  
Йәш быуынды үҙ халҡына, Ватанына тоғролоҡта, бөтә донъя халыҡтары менән татыулыҡта тәрбиәләүҙә ҡатнаша,  яуҙаштары менән аралашып йәшәй яугир-интернационалистар. Улар  йылдан-йыл һирәгәйә барған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына алмаш, тип билдәләнде йылы осрашыуҙа.
Ун йыл буйы барған ҡан ҡойошта меңәрләгән ғүмерҙәр өҙөлгән. Сыуалыштар була икән, ул ихтирам тигән төшөнсә юғалыуҙан, тине  әсенеп яугир.Тарих ҡабатлана: Афған һуғышына оҡшаш хәлдәр башҡа ҡитғаларҙа бара. Күпте күргән ветерандар Рәсәй егеттәренең ҡулға ҡорал алыуын теләмәй. Бының өсөн сәйәси юлдар бар, ти улар.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку