Афған һәм Чечен һуғыштары ветерандары республика буйынса «Салют, Еңеү!» тип аталған автосәйәхәткә сыҡты

Афған һәм Чечен һуғыштары ветерандары республика буйынса «Салют, Еңеү!» тип аталған автосәйәхәткә сыҡты 23.07.2014

Унда  ҡатнашыусылар Өфөнөң Затон биҫтәһендә урынлашҡан десантсыларға бағышланған һәйкәл алдында йыйылды.

Автоуҙыш республикала алтынсы тапҡыр уҙғарыла. Был юлы ветерандар өс йүнәлештә уҙышасаҡ. Беренсе төркөм республиканың көньяҡ- көнсығыш райондары, икенсеһе - көнъяҡ, өсөнсө маршрут төнъяҡ төбәктәр буйынса үтә. Фәрит Камалов автоуҙышта тәүгә ҡатнаша. Үҙенең иптәштәре менән улар өс машинала Яңауыл, Нефтекама һәм Октябрьский ҡалалары аша үтәсәк. Совет һалдаттарын Афғанстандан сығарыуҙың 25 һәм Бөйөк Еңеүҙең 69 йыллығына арналған автоуҙышҡа Өфөнән 13 экипаж сыҡты. Республиканың район-ҡалаларында эстафетаға урындағы ветерандар ҡушыласаҡ. Сара 26 июлгә тиклем дауам итә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку