Һаҡсыларҙы кем яҡлар?

Һаҡсыларҙы кем яҡлар? 20.02.2016

Өфөләге яуаплылығы сикләнгән шәхси һаҡ хеҙмәте эшселәренә аҡса түләмәгән. Баш ҡалала һаҡ хеҙмәттәре күрһәткән яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт бер нисә ай эсендә исемен дә алмаштырып өлгөрә. Күберәк уны  «Зевс» тип беләләр, элекке хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, хәҙергеһе «Кондор». Өфөләге тиҫтәләрсә объекттарға үҙенең һаҡсыларын  ҡуйған ойошма эшселәре менән хеҙмәт килешеүе лә төҙөмәгән.

Ишекте шаҡыу менән бер кем дә асмаясаҡ. Һуңғы айҙарҙа бинаға юл ябыҡ. Яуаплылығы сикләнгән шәхси һаҡ ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре бында эш хаҡы юллап килә, тик бушҡа ғына. Элек «Зевс» тип исемләнгән йәмғиәт урынлашҡан конторала бер кем дә күренмәй.
Ольга Мгдсян, яуаплылығы сикләнгән шәхси һаҡ ойошмаһының элекке хеҙмәткәре: «Мин Көньяҡ автовокзалда өс ай һаҡсы булып эшләнем, өс мең аҡса бирҙеләр. Шуның менән бөттө. Юлыма ла аҡса булманы, ашарға ла. Беҙ бала ҡарарға, коммуналь түләүҙәргә ҡайҙан аҡса алырға тейеш? Аҡса тураһында һүҙ сыҡҡас, үҙҙәре эшкә сыҡмағыҙ тине».

Шәхси ойошма бер-нисә йыл эсендә «Зевс», «Кондор» һәм тағы ла башҡа исемдәр алмаштырып өлгөргән. Асыҡланыуынса, ойошма һаҡсылар менән хеҙмәт килешеүе лә төҙөмәгән.
Константин Столяров, яуаплылығы сикләнгән шәхси һаҡ ойошмаһының элекке хеҙмәткәре: «Улар бер яҡлы ғына килешеү төҙөй ҙә, икенсе бланкты һуңынан бирербеҙ тиҙәр ине. Беҙгә хатта, хеҙмәт кенәгәһе лә асылманы. Мин 8-се дауаханала эшләнем. Өйөмә яҡын ине. Шуға ризалашҡайным».

Роза Мәғәсүмова, яуаплылығы сикләнгән шәхси һаҡ ойошмаһының элекке хеҙмәткәре: «Мин ул ойошмала биш йыл һаҡсы булып эшләнем. Хеҙмәт хаҡын гел тотҡарланылар. Былтыр ноябрь, декабрь өсөн бөтәнләй аҡса бирмәнеләр. Эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса, отпуск түләүҙәре хаҡында әйтеп тә тормайым».
Эш хаҡы ала алмаусылар прокуратураға мөрәжәғәт иткән.
Һаҡ хеҙмәте рекламаларында уның Азатлыҡ урамы 23 адресы буйынса ла урынлашыуы күрһәтелә. Унда башҡа һаҡ хеҙмәте урынлашҡан. «Зевс»тың етәкселәре хаҡындағы белгән мәғлүмәттәре менән бүлештеләр.

БЫНАН БЫЛТЫР МАРТТА УҠ КҮСТЕЛӘР. ИШЕТЕҮЕМСӘ, ЕТӘКСЕЛӘРЕ СПИРТЛЫ ЭСЕМЛЕКТӘР МЕНӘН МАУЫҠҠАН. ЯУАПҺЫҘЛЫҠ АРҠАҺЫНДА УЛ ОЙОШМА ХӘҘЕР ТАРҠАЛҒАН ШИКЕЛЛЕ...

Яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт Көньяҡ автовокзал, һигеҙенсе ҡала клиник дауаханаһы һәм башҡа тиҫтәләрсә ойошманы хеҙмәтләндергән. Хәйер, көнъяҡ автовокзалдан белдереүҙәренсә, унда әле лә «Зевс» ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре эшләй. Айҙар буйы эш хаҡы алмаған, хеҙмәт кенәгәһе лә булмаған кешеләр һаҡлаған объекттарҙа халыҡтың хәүефһеҙлен тәьмин итеү ниндәй кимәлдә икәнлеген аңлауы ауыр түгел.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика