Аҡса иҫәп ярата

Аҡса иҫәп ярата 06.12.2014

Бөгөн халыҡ әйтемен иҡтисади фәндәр докторы Хәлил Барлыбаев дүрт  томлыҡ  йыйынтығының исем туйында йәнә бер иҫбатланы. Билдәле шәхес Башҡорт дәүләт университетында  70 йәшлек юбилейын туйланы.

Республиканың иҡтисад тарихына нигеҙ һалыусы. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы халыҡ хужалығы академияһы профессоры Хәлил Барлыбаев хаҡында бер һүҙ менә шулай тип әйтергә мөмкин. Һәм был хаҡлы. Алдан күҙаллап, дөрөҫ йүнәлеш биреүсе шәхестең иҡтисадта үҙ һуҡмағы...
Ул күренекле остаз да. Иҡтисад белгестәре нәҡ уның авторлығындағы – «Башҡортостан иҡтисады» дәреслеге буйынса белем ала. Был әсбаптың башҡа төбәктәрҙә аналогы юҡ.
Хәлил  Барлыбаев  70 йәшлек юбилейын оло ҡаҙаныштар менән ҡаршылай.  Яҡташыбыҙҙың  Мәскәүҙә дүрт томлы йыйынтығы донъя күрҙе. Был тантананың Башҡорт дәүләт университетында үтеүенә бер ҙә осраҡлы түгел. Ни өсөн тигәндә, ғалимдың ғилми һәм рухи тормошо тап ошо юғары уҡыу йортонан инеш ала. Ҡасандыр хеҙмәт юлын  ул йәш уҡытыусы вазифаһында ошонда башлай.
Әлиә Ғәләүетдинова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку